Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
19 Март 2019, 14:33

Шәхестәребеҙгә –тере һәйкәл

Быйыл халҡыбыҙ зыялылары тураһында «Беренсе Республика» тип аталған фильм төшөрөлдө. Сценарий авторҙары – Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова, режиссеры – Булат Йосопов. Рәсәй составында барлыҡҡа килгән тәүге Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын төҙөүҙә һәм уның үҫешенә өлөш индергән шәхестәр тураһындағы кинотаҫма 16 мартта киң прокатҡа сығарылды. Республиканың 100 йыллығына арналған тарихи-нәфис фильмды та-машасылар иртәгә Стәрлетамаҡта ла ҡарай аласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: фильмда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары Рафиҡ Хәсәнов, Зиләрә Юлтаева һәм Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры актеры Фәнил Толонғужин да ҡатнаша. Ошо уңайҙан улар менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Республикабыҙҙың шанлы, дан-лы тарихын сағылдырған кинотаҫма башлыса ниндәй ваҡиғаларға ни-геҙләнә һәм ниндәй тарихи пер-сонаждар аша һүрәтләнә?
Р.Х.: Фильм Башҡортостандағы 1920-1956 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Шул йылдарҙағы ауыр шарттарға ҡарамай, театр ойоштороусылар, уларҙың беренсе актерҙары, әҙәбиәт, матбуғат һәм башҡа тарихи ваҡиғалар тулы дөрөҫлөгөндә күрһәтелә. Фильмдың нигеҙендә – сәйәси репрессияға дусар булыусыларҙың яҙмыштары.
Бер төн эсендә 44 кешене сығарып атҡандар. Бына шундай хәтәр заман булған. Вәлидовсылыҡта ғәйепләп, халыҡ дошманы тип, дәүләт эшмәкәрҙәре менән бер рәттән сәнғәт эшмәкәрҙәрен дә атҡандар. Бөтәһе лә Кировтың үлеменән һуң башлана. Жданов килгәс, “сәйәси таҙартыу” башлана. Уның килеүе милләтте ҡоротоуға, иң аҫыл шәхестәребеҙҙе юҡ итеүгә йүнәлтелгән.
З.Ю.: Ваҡиғаларҙа Совет иленең тәүге республикаһын төҙөүҙә һәм уның артабанғы үҫешендә ҡатнашҡан билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар һәм композиторҙар һүрәтләнә. Тарих «Башҡортостан» гәзитенең тәүге баш мөхәррирҙәренең береһе булған, һуңынан репрессияланған Ҡасим Аҙнабаев аша күрһәтелә. Фильмда шулай уҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғөбәй Дәүләтшин, Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғабдулла Амантай һәм башҡа тарихи образдар күрһәтелә. Улар – шәхес культы репрессияһына дусар ителеп, атып үлтерелгән шәхестәрҙең ҡайһы берҙәре генә.
– Һеҙ ниндәй ролдәрҙе баш-ҡараһығыҙ?
Р.Х.: Булат Йосоповтың нәфис фильмында беренсе тапҡыр төшөүем. Мин унда фильмдағы 9 төп ролдең береһен – бөйөк шәхес Ғәзиз Әлмөхәмәтов ролен уйнайым. Архив материалдарын өйрәнеп, образдың эстәлеген белмәй тороп, уны кәүҙәләндереүе ауыр. Ғәзиз Әлмөхәмәтовты йырсы, композитор тип атау – айсбергтың өҫкө өлөшө генә. Башҡортостандың беренсе халыҡ йырсы-һы Ғәзиз Әлмөхәмәтов – башҡорт халыҡ йырҙарын тотош донъя кимәленә сығарған тәүге профессиональ башҡарыусы, башҡорт опера сәнғәтенә нигеҙ һалыусы. Ғәзиз Сәлих улы ҡыҫҡа ғына ғүмерендә халыҡ өсөн бик ҙур эштәр башҡарып өлгөрә. Мәскәү консерваторияһында башҡорт милли студияһын ойоштороуы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Әгәр ул булмаһа, бәлки, башҡорт милли музыка сәнғәте бөтөнләй икенсе йүнәлеш алған булыр ине. Ул ауылдар буйлап балаларҙы йыйып, Мәскәүгә алып барып, уҡырға урынлаштыра. Егермеләгән студентты ярты ай буйына бер иптәшенең бүлмәһендә йәшәтә. Уның уҡыусылары – Хөсәйен Әхмәтов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Баныу Вәлиева һ.б. билдәле шәхестәр булып китә.
Ф.Т.: Мин унда Ғабдулла Амантай ролен башҡарҙым. Ул – минең йәштәшем. Репрессияға эләккәндә уға ни бары 32 йәш кенә була. Ул – Дауыт Юлтый, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтарҙың арҡадашы.
Был кино беҙгә, йәштәргә, уйнау ғына түгел, ә тарихты белеү өсөн бик кәрәк булған кино. Тап ана шул тарихи факттарға нигеҙләнгән булыуы менән дә ул әһәмиәтле.
З.Ю.: Мин Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ҡатыны Мәстүрә ролен уйнайым. Һәр бер бөйөк шәхестең артында көслө ҡатын тора. Улар, Ҡазанда ҙур эш хаҡы алып йөрөүгә ҡарамаҫтан, Өфөгә күсеп ҡайта. Өфөлә академия театрында актер булып эшләгәндә “Ғәлиәбаныу” спектаклен уйнаған көндө ике йәшлек ҡыҙы үлә. Оло ҡыҙы: “Атай, бәлки, эшкә бармаҫһың?” – тип ялына.
“Ҡыҙым, мин тамашасы ышанысын аҡларға тейешмен”, – тип яуаплай Ғәзиз Сәлих улы...
– Киноның әһәмиәте, маҡсаты нимәлә?
З.Ю.: Башҡортостан яҙмышына баһа-лап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхестәрҙе бығаса китап-гәзиттәрҙән уҡып белгән булһалар, хәҙер ҙур экрандарҙан күрәсәктәр. Фильмды интернет селтәренән йәки телевизорҙан көтмәҫкә, ә ҙур экрандан ҡарауҙың йоғонтоһо көслө һәм кино шуның менән ҡиммәтле.
Р.Х.: «Беҙ – башҡорт» тип, янып йөрөгән милләттәштәребеҙҙең рухтары тағы ла нығыраҡ дөрләп янып китһен ине – беҙгә шул мөһим. Әлбиттә, фильмдан һуң төрлө фекерҙәр ҙә булыр, тик тамашасыға шул образ асылып бөтмәне тип ҡарарға кәрәкмәй. Хәҙерге кинола образдың тышҡы визуаль оҡшашлығы мотлаҡ түгел, ә уның эске донъяһын еткереү мөһим. Ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән, ҙур тарихи ваҡиғаларҙы ике сәғәт барған кинола яҡтыртыуы – еңел эш түгел. Был фильм башҡорт киноһы өсөн дә, уҡыусы балалар өсөн дә бик ҙур әһәмиткә эйә. Бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, тарихын белмәгән халыҡ – башҡа милләттәр өсөн тиреҫ. “Беренсе республика” фильмы шуныһы дә менән ҡәҙерле: киләсәктә унда сағылған шәхестәргә һәйкәлдәр ҡуйылыр, урамдарға исемдәре бирелер һәм башҡа төрлө ысулдар менән мәңгеләштерелер тип уйлайбыҙ. Булат Йосопов ошо киноһы менән уларға тере һәйкәл ҡойҙо ла инде!
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА
ҡорҙо.
Читайте нас: