Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Март 2019, 12:52

Быйыл 72 объект тапшырылырға тейеш

БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифа-һын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин «Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» республика программаһы буйынса әүҙем эш алып барылыуы тураһында һөйләп үтте.

Етәксе һүҙҙәренсә, байрамға әҙерлек барышы сиктәрендә реконструкцияланған, капиталь ремонтланған һәм төҙөлгән 112 объект сафҡа индереләсәк.
Төҙөлөштәргә йәмғеһе 44,6 миллиард һум бүленә, үткән йылдарҙа уның 20,6 миллиарды үҙләштерелгән, ә быйыл 14 миллиардҡа иҫәп тотола. 2020 һәм артабанғы йылдарҙа тағы ла 9,9 миллиард һум йүнәлтеләсәк.
2017-2018 йыл дауамында 26 объект тапшырылған, быйыл тағы ла бер объект сафҡа ингән, ә йыл аҙағына тиклем 72 төҙөлөш тамамланырға тейеш.
Читайте нас: