Радий Хәбиров танышасаҡ объект-тарҙың береһе – яңы ғына төҙөлөп сафҡа ингән 1125 балаға иҫәпләнгән 23-сө мәктәп ине. Бында байтаҡ саралар ҙа планлаштырылған. Радий Фәрит улы уҡыусыларҙы Башҡортостан пионерҙары йәмәғәт ойошмаһына алыу тантанаһында ҡатнашты һәм үҙе лә сағыу таҫмаларҙы уҡыусыларға тағып, бындай ҙур исем алыуҙары менән ҡотлап үтте. Мәктәп буйлап экскурсия мәлендә уны уҡыу процесы, мәктәптең мөмкинлектәре менән генә таныштырып ҡалманылар, ә белем усағының ҡалала хәрби-патриотик йүнәлешле тәрбиә биреү үҙәге булып торасағын һөйләп үттеләр, бының өсөн махсус асылған «Йәш армия» музейын да күрһәттеләр.
– Бындай мәктәпте мин Мәскәүҙә генә күргәнем булды, тик һеҙ уҡыған мәктәп бөтөнләй икенсе төрлө – уникаль. Мәктәптең беренсе уҡыусылары – һеҙгә өндәшәм, әле бина матурлығы менән һоҡланабыҙ, әммә артабан һеҙҙең уңыштарығыҙҙы ла күреп ҡыуанырбыҙ тип өмөтләнәм, – тигән теләктәре менән дә бүлеште Радий Хәбиров уҡыусылар менән осрашыу ваҡытында.
Бинаһы ғына түгел, әлбиттә, биләмәһе лә ҙур яңы мәктәптең. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, тирә-яҡта тәртип булһын өсөн Радий Фәрит улы белем усағына трактор һатып алырға 500 мең һумлыҡ сертификат та тапшырҙы.
Йәш быуын лайыҡлы белем һәм тәрбиә алһын өсөн шарттар һәм мөхит кенә түгел, яҡшы туҡланыу ҙа булырға тейеш. Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжы филиалында урынлашҡан һөт кухняһында эштәр башланырға тора. Ул әлеге мәлдә йыһаз менән тәьмин ителгән. Һөт кухняһы көнөнә 5 тонна һөт эшкәртеп, 15 төр продукция сығара ала, был айына 1,5 миллион порция тирәһе. Һөт ризыҡтары менән аҙ килемле ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклемге 1400 баланы һөт аҙығы менән тәьмин итәсәктәр, фабрика Стәрлетамаҡ өсөн генә түгел, тағы ла Салауат, Ишембай һәм
Мәләүезгә лә продукция етеш-терергә тейеш.
– Ҙур эш эшләнә, шул уҡ ваҡытта тауарҙы таратыу системаһы хаҡында ла уйларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров һөт кухняһы менән танышып сыҡҡас.
Радий Фәрит улы күптән түгел ремонт яһалған балалар дауаханаһын да барып күрҙе. Унда төбәк етәксеһе кескәй пациенттарҙың хәлдәрен һо-рашты, медицина хеҙмәткәр-ҙәре менән осрашып, кадрҙар менән тәьмин итеү, эш хаҡтары һымаҡ көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышты.
– Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү өсөн яңы саралар ҡарарға әҙербеҙ. Иң мөһиме, улар һөҙөмтәле булырға тейеш, ә йүнәлтелгән аҡсалар адресаттарға барып етһен, – тип ул талаптарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республика етәксеһе спорт өлкәһен дә иғтибарынан ситтә ҡалдырманы, «Стәрлетамаҡ-Арена» боҙ һарайында «Тар-хан» командаһы уйынсылары, тренерҙар менән осрашты.
– Клуб беҙҙең өсөн мөһим. Яуаплы предприятиелар ҙа, беҙ ҙә өҫтөбөҙгә алған вәғәҙәләрҙе үтәйәсәкбеҙ, һеҙгә майҙанға сығып, еңергә генә ҡала, – тине Радий Хәбиров волейбол буйынса Рәсәй Чемпионатының юғары «А» лигаһында сығыш яһаусы командаға. Етәксе артабан уйынға әҙерләнеп торған йәш хоккейсылар эргәһенә боҙға уҡ сыҡты һәм Рәсәй беренселегенең сираттағы уйынына старт биреп, шайбаны уйынға индерҙе.
...Барыһы ла ябай кеүек тойолһа ла, бар башланғыстар ҙа еңел генә бирелмәй, мәҫәлән, подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһын алайыҡ.
– Былтыр ихатағыҙға балалар май-ҙансығы ҡуйып ашыҡҡанһығыҙ, бындай эштәрҙе комплекслы алып барырға кәрәк, барыһы ла бер үк стилдә, төҫтәрҙә булһа, яҡшыраҡ. Ә бына ихата буйлап машиналар йөрөү мәсьәләһен шлагбаум ҡуйып хәл итегеҙ, иң мөһиме, тиҙ ярҙам кеүек ашығыс хеҙмәттәргә ҡаршылыҡһыҙ инеү мөмкинле-ге һаҡланып ҡалһын, – тине Радий Хәбиров Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 62-се йортта йәшәүселәр менән аралашҡанда.
Ә бына Гоголь урамындағы 120А йортонда йәшәүселәрҙе ихатаны төҙөкләндереү мәсьәләһе борсой булып сыҡты. Һәр хәлдә, был проблема тейешле программа ярҙамында ер ҡарҙан әрселә башлау менән хәл ителәсәк, ә машиналар эшләү заводынан “мираҫҡа” ҡалған биналар консервацияланасаҡ.
Радий Хәбиров сәнәғәт предприя-тиеларын да онотманы. Ул Башҡорт быяла етештереү компанияһы һәм төрлө полимер материал етештереүсе «Башпласт»ҡа барҙы. Аралашыуҙан һуң етәксе әлегә үҙ аҡсаларына көн күргән компанияларҙы “инвест сәғәт”кә саҡырҙы һәм уның барышында ярҙам итеү юлдарын ҡарап үтергә тәҡдим яһаны.
Республика башлығы халыҡты эш, йәшәү шарттары менән тәьмин итеүҙән тыш, кешеләрҙең хәүефһеҙлеген дә ҡайғыртыуға ҙур көс һала. Быға деле-гацияның Берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәтен барып күреүе үҙе бер дәлил ине. Унда Радий Хәбиров эш шарттары менән танышты. Әлеге мәлдә ҡалала был хеҙмәткә 25 камера тоташтырылған, тағы ла күҙәтеү уңайлы булһын өсөн ҙур монитор ҙа ҡуйыр-ға уйлайҙар икән. Шулай уҡ диспетчерлыҡ хеҙмәтенә ГЛОНАСС системаһы аша йәмәғәт транспортын контролдә тотоу беркетелгән. Республика Башлығы урында ошолар хаҡында ла белеште.
...Билдәле булыуынса, Ағиҙел йылғаһы аша Стәрлетамаҡ менән Ишембай районын бәйләп торған күпергә капиталь ремонт талап ителә. Ремонт эштәре 2020 йылда көтөлә. Был ҙур мәшәҡәтте Радий Фәрит улы ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарып сығырға саҡырҙы.
Әлеге мәлдә ремонт өсөн бер миллиард һум резервҡа һалынған, быйыл проект эштәре башланасаҡ, уның хаҡы – 50 миллион һум. Әйткәндәй, ремонт тигәс, “ҡайҙан сығырбыҙ?” тип, күптәр борсолоп та киткәндер. Борсолмағыҙ, ремонт мәлендә пантонлы күпер асырға планлаштырыла.
Ғөмүмән, ҡалала бар өлкәлә лә башҡараһы эштәр күп әле. Һәр хәлдә, республика Башлығының үҙе килеп, ошо эштәр барышы, пландар менән танышыуы, ярҙам ҡулы һуҙыуы атҡараһы ғәмәлдәрҙе дәртләндермәй ҡалманы.