Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Март 2019, 12:44

УНЫҢ БАШ ҠАЛАҺЫ СТӘРЛЕТАМАҠ БУЛА...

Бынан теүәл бер быуат элек республикала ил кимәлендәге ҙур ваҡиғалар кисерелә. Үҙәк Совет власы һәм Башҡорт хөкүмәте авто-номия тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. Шуныһы ла ҡиммәт: был тарихи ваҡиға башҡа милли төбәктәр өсөн дә ҙур юл башы булып тора.

Рәсәй халыҡтарының милли үҙаңы Февраль ихтилалынан һуң үҫешә башлай. Сөнки ҡайһы бер демократик үҙгәртеп ҡороуҙар сәйәси сығыш яһауҙарға мөмкинлек бирә. 1917 йылдың 8 де-кабрендә Ырымбурҙа “Башҡорттарҙың ойоштороу ҡоролтайы”нда (съезында) башҡорт автономияһы раҫланыла, З.Вәлиди, Ю.Бикбов, Ш.Манатов, С.Мерәҫев һәм башҡаларҙан торған автономиялы Башҡортостан хөкүмәте төҙөлә һәм уға ҡатмарлы сәйәси юл үтергә тура килә.
1919 йылдың февралендә Башҡорт автономияһы төҙөү тураһында Советтар менән һөйләшеү алып барырға яҡшы шарттар булдырыла. 1919 йылдың 16 мартында был мәсьәлә – РКП(б) Үҙәк комитетында, 20 мартта В.И.Ленин рәйеслегендә РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы ултырыштарында ҡарала. Ошонда уҡ В.И.Ленин “Үҙәк Совет власы һәм Башҡорт хөкүмәте менән Башҡортостандың совет автономияһы тураһында”ғы килешеүгә ҡул ҡуя. Килешеү тураһында 1919 йылдың 23 мартында матбуғатта баҫылып сыға һәм был көн Башҡорт автономияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Ул киң сәйәси һәм иҡтисади хоҡуҡ ала, Үҙәк халыҡ комиссариатынан бойондороҡһоҙ булған милли армия, тышҡы бәйләнеш бүлеге булдырыла. Әммә, билдәле булыуынса, был хоҡуҡтарҙы Мәскәү ваҡытлыса ғына итеп ҡарай һәм уны 1920 йылдың 19 майында РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы һәм Үҙәк һайлау комитеты декреты менән Башҡорт республикаһынан алып, үҙәк учреждениелар ҡарамағына тапшыра.
Ошондай сикләнгән хоҡуҡтар менән башҡа автономиялы республикалар һәм өлкәләр төҙөлә. 1920 майында Татар автономиялы республикаһы барлыҡҡа килә. Ә ошо уҡ йылдың июнендә Сыуаш автономиялы өлкәһе булдырылып, 1925 йылда автономиялы республика тип үҙгәртелә. Марий, Мордва, Удмурт республикалары ла шундай уҡ юл үтә. Улар төҙөлөп ятҡан унитар дәүләттең составына инә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, милли республикалар барлыҡҡа килеүе мө-һим әһәмиәткә эйә, сөнки халыҡтар, иҡтисадты һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә хоҡуҡтары сикләнгән булһа ла, үҙенең дәүләтселеген төҙөргә мөмкинлек ала.
Тәүҙә республика биләмәһе көньяҡ башҡорттарҙы үҙ эсенә алған Бәләкәй Башҡортостан менән генә сикләнә. Уның баш ҡалаһы Стәрлетамаҡ була. Әммә был республика етәкселеген һәм хеҙмәтсәндәрҙе ҡәнәғәтләндермәй. Был БАССР территорияһын тышҡы донъя менән бәйләгән эре ҡалалар, бәйләнеш саралары, тимер юлдар ҡалмауы менән аңлатыла.
Оҙаҡ юллағандан һуң 1922 йылдың 17 авгусында “Башҡортостан сиктәрен киңәйтеү тураһында”ғы Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты декретына ҡул ҡуйыла. Шул ваҡыттан алып республика картала урын ала.
Республика шулай барлыҡҡа килә. Беҙҙең дәүерҙә, беҙҙең күҙ алдында Федерализм сәйәси процесс булараҡ, кешелек донъяһының алдынғы аҡыл тәжрибәһе менән тулыланып, әүҙем үҫешә. Әлбиттә, Рәсәй субъекты йәки һәр айырым алынған дәүләт өсөн ниндәй-ҙер теүәл федерализм стандарттарын күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әммә федерализм төҙөгәндә, тәү сиратта, йәмғиәттең иң юғары ҡиммәттәре тип билдәләнгән кеше хоҡуҡтары һәм азатлығы торорға тейеш.
Ләйсән ЙОСОПОВА,
тарихсы.
Читайте нас: