Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
25 Март 2019, 00:59

Башҡортостандың киләһе быуаты «алтын» булырға тейеш

Алдағы быуатты "алтын" итеп уҙғарыу мөмкинлеге бармы? Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрендә ошондай һорау күтәрҙе. Һәм шунда уҡ яуап та яҙҙы. Бар. Беҙҙең сәнәғәт һәм кадрҙар потенциалы киләсәктең һанлы иҡтисадында ҡеүәтле ынтылыш эшләү мөмкинлеге бирә.

Беҙ "Башнефть" кеүек эре тиҫтәләгән, йөҙләгән предприятиелар ойоштора алабыҙ. Беҙ мәғарифты Гарвард, Йель профессорҙары БДУ-нан вакансия эҙләрлек кимәлгә күтәрә алабыҙ. Беҙ Гагарин кубогы, Чемпиондар лигаһында еңерлек үҙ спортсыларыбыҙҙы тәрбиәләйәсәкбеҙ. Кемдер мине хыяллана тип әйтер һәм ул хаҡлы буласаҡ, тигән Радий Хәбиров. Ул ғына ла түгел, барыбыҙға ла хыялланырға кәңәш биргән ул. Юғиһә, үткәндәрҙә генә тороп ҡаласаҡбыҙ. Ошондай киләсәкте булдырыу өсөн ең һыҙғанып, дәррәү эш башларға өндәй республика етәксеһе.
Дөрөҫ, абруйлы ҡунаҡтар саҡырып, һый-хөрмәт күрһәтеү ҙә бит тәү ҡарашҡа байрам ойоштороу ғына кеүек тойола. Әммә, тап ошондай сараларҙа оҙайлы йылдарға иҫәпләнгән эшлекле бәйләнештәр, дуҫтарса мөнәсәбәттәр ҡорола. Был юлы ла йөҙ йыллыҡ юбилей ҡунаҡ күрһәтеү менән генә сикләнмәне. Өфө мөмкинлектәр күрһәтеү, иң терәрлек дуҫтар, ярҙам күрһәтерлек инвесторҙар табыу майҙансығына әйләнде.
Юбилей конверт-открыткаларына мисәт һуғыу киләсәккә хат һымаҡ. Оло маҡсаттар менән, хатта уларҙың ҡайһы берҙәре буй етмәҫлек хыял булып тойола. Әммә аныҡ ғәмәлдәр тап уй-ниәттәрҙән ярала, тине Республика етәксеһе. Әлеге быуын иңендә үтә лә яуаплы бурыс ята – киләһе быуат тарихының тәүге биттәрен яҙыу. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика икенсе йөҙ йыллыҡҡа ышаныслы аяҡ баҫа, тимәк, олуғ бурыстар ҡуйырлыҡ урын бар.
Төптән уйлап ҡараһаң был һүҙҙәр хыял ғына түгел, хаҡлыҡ бар. Донъя кимәлендә танылыу яулау өлгөләрен һәр тармаҡта табырға мөмкин. Бер генә миҫал, медицина, бөгөн Өфө табиптары Ер шарының төрлө ҡитғаларынан пациенттарҙы ҡабул итә.
Беҙҙең Шүлгәнташ мәмерйәһен тотош донъя белә, Францияның Ласко, Испанияның Альтамира мәмерйәләре һымаҡ. Тик сит илдәрҙәгеләрҙең күсермәһе бар, беҙҙеке юҡ. Ә был тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауҙың, киләһе быуынға тапшырыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Хәҙер инде Шүлгәнташ та ҡурсауға алына, был республиканың юбилейына иң ҙур бүләк, ти Данир Ғәйнуллин.
Был эштәр оло маҡсатҡа табан яһалған аҙымдарҙың бер өлөшө генә. Асыш-ҡаҙаныштарҙы сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф өлкәһендә лә күрергә мөмкин. Ыңғай үҙгәрештәрҙе тиҫтәлсә йылдар сәмләнеп ярышып йәшәгән беҙҙең ут күршеләр ҙә билдәләй.
Республиканың йөҙ йыллығы ул тантаналы йыйылыш ҡына түгел, эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыу, хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыу сараһы ла. Донъяның, илдең төрлө төбәктәренән килгән делегациялар менән осрашыуҙарҙа төбәккә инвестициялар йәлеп итеү хаҡында һүҙ барҙы.
Башҡортостан әле Рәсәйҙең иң көслө 10 төбәгенең береһе. Киләсәктә ҡаҙаныштарҙы тағы арттырырлыҡ, бар ниәттәрҙе тормошҡа ашырырлыҡ ҡеүәт, мөмкинлек етерлек. Сөнки беҙҙең республика эшһөйәр, уңған халыҡ менән дан тота. Валентина Матвиенко әйткәнсә, төбәктә ҡыйыулыҡ, ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек сифаттар нәҫелдән килә. Башҡортостанда бөтәһе лә, хатта, бал ҡорттары ла батыр, тине ул.
Сәхнә оҫталары әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт тантаналы йыйылыштың биҙәге. Программала республикала йәшәгән төрлө милләт халыҡтарынң мәҙәни хазиналары сағылыш тапҡан. Әйткәндәй, ошондай тамашалар республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ла уҙасаҡ. Байрам кәйефен һәр кеше тойорға тейеш, тине Республика етәксеһе.
Башҡортостанда һыу тамсыһындағы һымаҡ мәҙәниәттәр, диндәр, телдәр төрлөлөгө һәм халыҡтар дуҫлығы менән тотош рәсәй сағыла. Владимир Путиндың 11 йыл элек әйткән ошо һүҙҙәре бөгөн дә актуаль. Республика тәлиғи байлыҡтары, иҡтисади, социаль, фәнни, мәҙәни ҡаҙаныштары менән генән түгел милләт- ара татыулыҡ менән дә дан тота. Башҡортостан бер быуатлыҡ йыльяҙмаһын лайыҡлы ябыр яңы йөҙйыллыҡҡа ышаныслы, оло маҡсаттар менән аяҡ баҫа.
https://bash.news/news/92577_bashortostandy_kile_byuaty_altyn_bulyra_tejesh?lang=bash
Читайте нас: