Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
25 Март 2019, 01:14

"Еңеүсе булып ҡалығыҙ!"

Башҡортостандың оло юбилейы уңайынан республика халҡын тәбрикләргә күрше төбәктәрҙән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, Удмурд Республикаһы Башлығы Александр Бречалов, Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров, Сверловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашев килде.

Рөстәм Миңлеханов халыҡты татар телендә тәбрикләне.
– Башҡортостандың киләсәктә лә гөрләп торорона, беҙҙең халыҡтарҙың татыу йәшәренә ышанам, – тине ул.
Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашев иһә “Салауат Юлаев” командаһын еңеү менән ҡотлап, һәр йәһәттән еңеүсе булып ҡалығыҙ, тип теләне.
Ғөмүмән, барлыҡ ҡунаҡтар ҙа республикаға яҡты киләсәк, бергә-бергә татыу йәшәү теләген еткерҙе.
http://bashgazet.ru/main/36725-eese-bulyp-alyy.html
Читайте нас в