Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
25 Март 2019, 01:17

Валентина Матвиенко: « Радий Хәбиров һәм уның командаһы күләмле бурыстарҙы үтәй ала»

Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған концертта төбәк халҡын байрам менән ҡотланы.

Валентина Матвиенко билдәләүенсә, Рәсәй Президентының Федерация Йыйылышына йүнәлтелгән мөрәжәғәтнамә һәм милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа Башҡортостанда күләмле эштәр башҡарыла. Федерация Советы Рәйесе фекеренсә, Радиә Хәбиров һәм уның командаһы был эште яҡшы башҡарасаҡ.


— Хәйерле көн, ҡәҙерле туғандар! – тигән һүҙҙәр менән Валентина Матвиенко үҙ сығышын башҡортса башланы. Федерация Советы Рәйесе билдәләүенсә, Башҡортостан – иҡтисад, фән, сәнәғәт, ауыл хужалығы, энергетика, социаль һәм транспорт инфраструктураһы өлкәһендә үҫешкән республика. Инновация өлкәһендә лә Башҡортостандың киләсәге өмөтлө.


Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко: «Успехи Башкортостана – это прежде всего результат упорного труда, инициативы, творчества его многонационального народа. Вместе с тем было бы несправедливо не сказать о весомом вкладе в развитие республики ее первого Президента Муртазы Губайдулловича Рахимова, Главы республики Рустэма Закиевича Хамитова».


Читайте нас: