– Был – илебеҙ өсөн дөйөм байрам. Башҡортостан Рәсәйҙең терәк төбәге булып тора. Башҡортостандың күп быуын вәкилдәре үҙҙәренең ватандаштары менән бер рәттән Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған, билдәле төҙөлөштәрҙә хеҙмәт иткән, ҡалаларҙы, ауылдарҙы тергеҙгән, завод-фабрикалар төҙөгән. Яҡташтарыбыҙҙың хәрби батырлыҡтарын онотмайбыҙ, улар араһында 278 Советтар Союзы Геройы бар, –тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров был байрамда. – Халҡыбыҙҙың тырыш хеҙмәте менән аграр төбәктән илдең сәнәғәт тармағы үҫешкән алдынғы республикаларының береһенә әүерелдек.
Радий Фәрит улы фекеренсә, беҙҙең бурыс – уларҙың ышанысын аҡлау, еребеҙҙе тағы ла күркәмерәк итеү, киләсәк быуынға көслө һәм имен итеп ҡалдырыу. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республиканың киләсәге, Башҡортостандың киләһе быуатҡа нисек аяҡ баҫыуы хаҡында уйларға кәрәк.
Әйткәндәй, Башҡортостандың юбилейына арналған саралар Стәрлетамаҡта апрелдә уҙғарырға планлаштырыла. Был хаҡта гәзи-тебеҙҙең киләһе һандарында асыҡлабыраҡ хәбәр итербеҙ.