Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
26 Март 2019, 14:06

Каринэ Хәбированан шәп рецепт!

Ҡала йәнә ҙур ҡунаҡ ҡабул итте – республика етәксеһенең хәләл ефете Каринэ ХӘБИРОВА Стәрлетамаҡ етемдәр йортондағы шарттар, балаларҙың шөғөлдәре, мөмкинлектәре менән танышты.

...Ҡыҙҙар Каринэ Хәбированы иртән үк түҙемһеҙләнеп көттө һәм, ҡунаҡ килеп төшөү менән, уны һырып та алды. Йылы, эскерһеҙ аралашыуҙы күреп, күңелде аңлата алмаҫлыҡ хистәр биләне был минуттарҙа. Балалар үҙҙәре менән таныштырғас, йәшәгән бүлмәләрен барып күрһәтте, нисек уҡығандары, яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләп барҙы. Ҡыҙҙарҙың яратҡан шөғөлдәре – аш-һыу бүлмәһендә тәмле ризыҡтар бешереү икән. Был көндө лә улар яратҡан шөғөлдәренә ваҡыт бүлеп, ҡунаҡтар менән бергәләп ҡыҫтыбый бешерҙе. Каринэ Хәбирова бүлмәләрен, шәхси шкафтарын тәртиптә тотҡан балаларҙы маҡтап дәртләндерһә, тәмле ризыҡ бешергәндән һуң, оҫта ҡыҙҙарға яңы рецепт өсөн рәхмәт әйтте.
– Ҡыҫтыбыйҙы яратам, тик әлегәсә бешергәнем юҡ ине, ҡыуандырҙығыҙ, балалар, – тине ул һәм шулай уҡ үҙе яратып бешергән аштар тураһында ла балаларға һөйләне, әҙерләү серҙәрен өйрәтте.
Ҡыҙҙарҙың тағы ла бәйләү, тегеү һәм башҡа ҡул эштәре өсөн махсус бүлмәләре лә бар. Бында һабын ҡайнатыу, мәрйендәрҙән әйберҙәр яһау кеүек төрлө шөғөлдәр менән “мәж” киләләр икән.
Егеттәр ҙә эшһеҙ ултырмай, араларында ныҡлап бокс менән шөғөл-ләнеүселәр, бейеүселәр бар, улар ҡала һәм республика кимәлендә еңеүҙәргә өлгәшкән. Егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, үҫмерҙәр ағас һәм башҡа материалдарҙы эшкәртеү өсөн йыһазландырылған бүлмәләрендә сәғәт-тәр буйына сыҡмай булышырға әҙер. Үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрҙе улар Каринэ Владимировнаға ла бүләк итте.
– Һеҙ ҙур тормошҡа сыҡҡас, юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ урынығыҙҙы табырға тырышығыҙ, – тине Каринэ Хәбирова балаларға. Быныһы инде тормош рецебы булараҡ яңғыраны, ошо ҡанундарға таянғанда, уңыштарға өлгәшеү балаларға киләсәктә, әлбиттә, еңелерәк буласаҡ.
Ысынлап та, ҡасан да булһа балаларға был йортто ҡалдырып, үҙ торлағында йәшәү ваҡыты башлана, бындай шарттарҙа нисек юғалып ҡалмаҫҡа һуң? Ошо мәлдәрҙе нисек тә еңеләйтеү маҡсатында бында үҙ алдына йәшәү шарт-тарына өйрәтеү өсөн махсус фатир ҙа булдырылған. Был фатир-студия балалар йортонда уҡ урынлашҡан, 1 апрелдән үк бында сығарылышҡа әҙерләнгән тәүге балалар йәшәй башларға тейеш. Ошо фатирға Каринэ Хәбирова үҙенең бүләген дә тапшырып китте.
Билдәле, ҡунаҡ балалар менән аралашып ҡына ҡалманы, уларҙың күңелен күтәреү өсөн республикала танылған оҫталарҙы ла алып килгәйне. Бындағы «Йондоҙлоҡ» бейеү ансамбле Р. Нуриев исемендәге хореография колледжы студенттары һәм педагогтары, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Зинфира Ғабдулхаева менән бейеү серҙәренә төшөндө, ә үҫеп килгән талант Марина Рогова «Премьер» төркөмө егеттәре менән вокал оҫталығына өйрәнде. Шулай уҡ аш-һыу бүлмәһендә «Эко Пышка» башҡорт аштары рестораны коллективы бер төркөм балаларға тәмлекәстәр яһарға өйрәтте. Балалар ҡунаҡтарға ҙур булмаған тамаша ла ойошторҙо, бейеп-йырлап, үҙ таланттарын күрһәтте. Аралашыу ашханала күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.
– Балаларҙың йәшәү шарттарын ҡарап сыҡҡандан һуң, етешлек һәм бөхтәлек күренеп тора, тик бына сабыйҙарҙың күҙҙәренә ҡараһаң, барыбер күңел төбөндә ниндәйҙер һағыш ята. Ошо һағышты нисек тә булһа таратырға, балаларҙы тулы тормошта йәшәргә өйрәтергә теләп килдем, – тине Каринэ Хәбирова кисерештәре менән бүлешеп. Быныһы инде, беҙгә – ололарға, рецепт һымаҡ яңғыраны. Ысынлап та, был балаларға күп тә кәрәкмәй, шулай һәр кем кескәй генә иғтибар бүлһә лә уларҙың йөҙҙәрендә йылмайыу сатҡылары балҡып китер ине.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: