Бында Стәрлетамаҡтан ике проект ҡаралды. Уларҙың продукциялары менән Радий Хәбиров «АгроКомплекс» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә ваҡытында танышты. «РигМаш» йәмғиәте бағыусыһы Ринат Ғәзизов һөйләүенсә, техника сит илдекеләргә ҡарағанда осһоҙораҡҡа төшәсәк. Уны республикалағы предприятиеларға һәм күрше тө-бәктәргә һатасаҡтар.
Радий Хәбиров иһә пилот өлгөләрҙе Башҡор-тостан предприятиеларына ебәрергә тәҡдим итте һәм һынау һөҙөмтәләре буйынса әлеге проекттың артабанғы перспективаһы тураһында фекер алышырға ҡушты.
Ә Стәрлетамаҡтың «ПодшипникМаш» предпри-ятиеһы директоры Раян Хәсәнов «Муромец-1500» иген йыйыусы комбайн тураһында хәбәр итте. Тәүге машиналар Башҡортостанда, Кемеров өлкәһендә, Алтай крайында һәм Ҡаҙағстанда эшләй ҙә инде. Был проекттарға 100 миллион һум тирәһе аҡса һалыу ҡаралған.