Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Республика һулышы
1 Апреля 2019, 07:26

Мәләүез һөтө ҡытайҙарға оҡшай

“Мәләүез һөт-консерва комбинаты” һөт эшкәртеү предприятиеһы Экспортерҙар реестрына инеү өсөн Ҡытай Халыҡ Республикаһының ветеринария-санитар талаптарына ярашлылығына тикшереү үтте.

– Тикшергәндән һуң комиссия ыңғай һөҙөмтә яһаны. Предприятиела һөт продукттарын сит илгә һатыу өсөн тейешле ветеринария-санитар шарттар булдырылған һәм “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” акционерҙар йәмғиәтен экспортерҙарҙың “Цербер” мәғлүмәт системаһы реестрына индерергә тәҡдим ителде, – ти республика буйынса Россельхознадзор идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Наталья Филиппова.
Хәҙер Ҡытай халҡы Мәләүездең һөт продукттары менән тәьмин ителәсәк. Киләсәктә улар араһында хеҙмәттәшлектең киңәйеүенә өмөт арта.
Ф. ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас