Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
1 Апрель 2019, 12:22

Туристар өсөн яңы сервис

Республикала туристар өсөн яңы сервис – gotorb.ru интернет ресурсы булдырылды.

Был сайтта сәйәхәтселәр өсөн Башҡортостан тураһында төрлө мәғлүмәт табырға мөмкин. Мәҫәлән, тау саңғыһы курорттары, шифаханалар, ял итеү базалары, экстремаль һәм профилле туризм, балалар өсөн ял итеү базалары тураһында мәғлүмәттәр бар. Шулай уҡ бында ҡунаҡханалар, ресторан һәм кафеларҙың адрестары урынлаштырылған.
Тағы ла шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: буласаҡ саралар тураһында анонс та биреп баралар. Кәрәк икән менеджерҙар менән бәйләнешкә инергә мөмкинлек бар. Бында мәғлүмәттәр өс телдә – рус, инглиз һәм ҡытай телендә бирелгән.
Башҡортостандағы ял йорттары тураһында мәғлүмәтте ошо сайттан алырға мөмкин.
Ф. ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: