Тыныслыҡ урамындағы 62-се йортта йәшәүселәр “Башҡорт иха-талары” программаһына ингән, бын-дай яңылыҡты көтөп алған халыҡ Михаил Юрьевич алдына буласаҡ ихатаның проектын һалып, күтәренке кәйефтә аралашты. Үҙ таплаптарын дә әйтте, әлбиттә: ҡаты ҡалдыҡтар контейнерҙары ҡуйылған майҙансыҡты тәртипкә килтереү, балалар ялы өсөн йәш буйынса бүленгән уйын урындары, ата-әсәләргә балаларын ситтән күҙәтеп ултырырға эскәмйәләр кәрәк. Министр иһә ихатаны ҡарап сыҡты һәм идара итеүсе компанияларҙы шелтәләп тә алды, ҡаршы йорт алдындағы балалар майҙансығы һәм футбол майҙанында ҡар өйөлөп ятырға тейеш түгел, тине ул.
– Быйыл беҙ тыныс ял итеү урынын булдырасаҡбыҙ, 3 йәшкә тиклемге балаларға уйын майҙансығы төҙөләсәк. Спорт менән шөғөлләнергә теләүселәргә тренажерҙар ҡуйылыр, тағы ла яңы ағастар, ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ, яҡшы газон үләне үҫтереләсәк. Бында яңы балалар майҙансығы бар, унда ер өҫтөнә резина түшәләсәк, футбол майҙансығы кәртәләнәсәк, – тине эшләнәсәк проект хаҡында Михаил Киреев.
Ҡарап үтеләсәк объекттар күп булыуға ҡарамаҫтан, етәксе ҡаланың был өлөшөн йәйәүләп йөрөргә булды һәм “Салауат” кинотеатры алдында төҙөкләндерелгән скверҙы ла ҡарап уҙҙы. Бәлки, үҙе ҡалала эшләгән йылдарын һағынып киткәндер, ә, бәлки, был урынды ниндәй хәлдә тотоуҙары ҡыҙыҡһындырғандыр. Һәр хәлдә, етәксе ҡалабыҙға битараф түгел.
Стәрле йылғаһына бәйле проектты тикшергәндә Михаил Киреев видео- күҙәтеү мәсьәләһен дә күтәрҙе. Уның фекеренсә, проектта билдәләнгән 10 видеокамера аҙ. Ысынлап та, яңы ғына төҙөкләндерелгән урындарҙа эш боҙоп китергә яратыусылар күп шул, вандалдарҙың ҡулынан күпме архитектур формалар, яңы ултыртылған ағастар һындырылды, ватылды.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәк юлдарындағы соҡорҙар 15 июнгә тиклем ямалып бөтөргә тейеш тигән маҡсат ҡуйғайны. Уның уң ҡулы булып торған Михаил Киреев Стәрлетамаҡта был маҡсатҡа ирешеү өсөн ниндәй эштәр башҡарылғанын белергә теләп, Тыныслыҡ урамында юл ямаусы эшселәр эргәһенә туҡтаны. Айырып әйткәндә, соҡорҙарҙы йыл әйләнәһенә ямау өсөн ҡаланың юлдарҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү идаралығына махсус ҡоролма һатып алынған. Рециклер асфальт-бетон ҡатнашмаһын оҙаҡ ваҡыт ҡыҙыу килеш тота, ә инфротулҡынлы йылытыусы соҡорҙо киптереү һәм яңы ҡатнашманы һалыу урынын әҙерләй. Бындай техника соҡорҙарҙы ваҡытында ямап сығырға ҙур ярҙам булып торасаҡ.