Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
2 Апрель 2019, 13:41

Өҫтәп хаҡ яҙғандармы? Сүп-сарҙы алып китмәйҙәрме? Улайһа шылтырат, яҙ!

Ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар өсөн килгән квитанцияларҙа хата китеүе лә ихтимал. Бер кеше йәшәп тә ике кеше өсөн хаҡ яҙылыу, ике урында түләү килеү, үткән айға түләп тә хаҡ килеү һ.б. Был мәсьәләләр буйынса бер тапҡыр төбәк операторына мөрәжәғәт иткән булһағыҙ, ҡабат мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.

Сөнки киләһе квитанцияларҙа хаталар төҙәтеләсәк. Ә инде милек
хужаһы быға тиклем төбәк операто-рына төҙәтеү өсөн мәғлүмәттәр ебәрмәгән булһа, торлаҡ хужаһының паспорты һәм ғаилә составы йәки ваҡытлыса теркәү тураһындағы белеш-мәһенең фотоһын йәки күсермәһен abonent - fl @roecocity.ru электрон почтаһына ебәреү зарур. Хатығыҙҙа адресығыҙҙы, исем-шәрифегеҙҙе, квитанцияла төҙәтелергә тейеш мәғлүмәтте күрһәтергә онотмағыҙ. Документтарҙы “Башэлектросбыт” офистарында ла ҡабул итәсәктәр.
Бынан тыш мәғлүмәтте түләүһеҙ 8 (800)700-49-00 номеры буйынса һәр көн иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем, шулай уҡ 8(3472)980-490 һәм 8-965-93-94-900 телефондары аша эш көндәрендә ала алаһығыҙ.
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: