Мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары ғилми хеҙмәткәрҙәренең, журналистарҙың, ғалимдарҙың, аспиранттарҙың, магистранттарҙың, бакалаврҙарҙың, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең башҡорт һәм рус телдәрендәге мәҡәләләре ҡабул ителә.
Йыйынтыҡта баҫтырыу өсөн түбәндәге йүнәлештәр тәҡдим ителә:
— Башҡортостан Республикаһында ваҡытлы матбуғаттың һәм киң мәғлүмәт сараларының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше (1919 — 2019);
— Башҡортостанда милли ваҡытлы матбуғат булдырыуҙа Шәһит Хоҙайбирҙиндың роле (1917 – 1924);
— Башҡортостан журналистикаһы һәм музей эше: 100 йыллыҡ тарих;
— ХХI быуаттың этномәҙәни үҙ-ара эш итеүендә Башҡортостан журналистикаһы;
— Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары.
Ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм мәҡәлә исеме, исем-шәриф (тулыһынса), ғилми дәрәжә, вазифа, эш урыны һәм бәйләнеш өсөн телефон яҙылған текстар 2019 йылдың 11 февраленән 15 июнгәсә ҡабул ителә. Электрон адрес: mshhud_nmrb@mail.ru («XXI быуатта Башҡортостан журналистикаһы» тигән билдә менән). Файлдың исемендә авторҙың фамилияһы күрһәтелергә тейеш.
Йыйынтыҡты баҫтырып сығарыуҙы ойоштороусы — Ш.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы. Хеҙмәттәр йыйынтығына ISBN, УДК, ББК халыҡ-ара индексы бирелә.
Йыйынтыҡты 2019 йылдың 9 октябрендә нәшер итеү күҙаллана. Китаптың исем туйы уңайынан республика конференцияһы уҙғарыла.