Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Апрель 2019, 18:00

Радий ХӘБИРОВ: "Ҙур рәхмәт!"

Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үткән өмәгә ҡарата фекерен белдерҙе.

Унда былай тиелә: "Беренсе өмә яҡшы уҙҙы!
Сараға республика буйынса 15960 ойошма, 319 мең кеше сыҡты, 3056 берәмек техника йәлеп ителде, барлығы 110261 м3 сүп-сар йыйылды!
Миңә “өмә – боронғолоҡ ҡалдығы” һәм, әйҙә, урам һепереүселәр йыйыштырһын тигән фекер билдәле. Ләкин сүп-сарҙы урам һепереүселәр генә ташламай. Мине, әйҙә, либераль йүнәлешле ҡала кешеләре әрләһен, әммә беҙ өмәләрҙе үткәрәсәкбеҙ һәм бик әүҙем. Әйткәндәй, көнбайыш илдәрҙә лә халыҡ таҙалыҡ өсөн бергәләп бушлай көрәшә.
Минең Хакимиәттәге һәм Хөкүмәттәге коллегаларым бөгөн, башҡа ирекмәндәр кеүек үк, яҡшы кәйефтә эшләне. Улар менән бергә “Ленин бүрәнәһе”н күтәреп барыр инем дә, Рәсәй Хөкүмәтенә кәңәшмәгә саҡырҙылар. Киләһе өмәләрҙә күрешербеҙ! Ҡатнашҡан һәр кемгә – ҙур рәхмәт!!!”
И. ҠОРМАНОВА.
Фото: Республика етәксеһе Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/radiy-kh-birov-ur-r-khm-t-/
Читайте нас: