Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
9 Апрель 2019, 13:36

Өфө ғалимдары вирусһыҙ картуф орлоғо етештерә

Бындай картуф 4-5 тапҡыр күберәк уңыш бирә, ти белгестәр. Орлоҡто ғалимдар тупраҡта түгел, ә пробиркала үҫтерә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә вирустарға бирешмәгән картуф бүлбеләре барлыҡҡа килә.

Картуф үҫентеһе өҫтөндә тәжрибә тап ошонда башлана. Лабораторияла стериль шарттар. Бында картуф үҫентеһен бер нисә өлөшкә бүләләр һәм туҡлыҡлы мөхиткә урынлаштыралар. Пробирканы белгестәр икенсе – фитотрон лабораторияһына күсерә. Бында улар өсөн махсус шарттар билдәләнгән. 17 градуслыҡ һауа температураһы һәм тәүлек әйләнәһенә яҡтылыҡ.
Пробиркалағы үҫенте 3 аҙна үҫә һәм яңынан өлөштәргә бүленә. Бындай алымды ғалимдар микроклонлау тип атай. Ул бер ниндәй сирһеҙ, йоғошһоҙландырылған үҫемлек алырға булышлыҡ итә. Бындай картуф ҡәҙимгеһенән оҙағыраҡ та һаҡлана, сөнки сирҙәре юҡ, тип аңлата белгестәр.
Быға тиклем бүлбеләр төрлө райондар питомниктарында һынау үткән. Хәҙер “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” филиалының Өфө районы Николаевка ауылында үҙ теплицаһы барлыҡҡа килгән. Пробирканан алынған картуф орлоҡтарын эре хужалыҡтар ҙа, баҡсасылар ҙа теләп һатып ала. Оҙаҡламай вирусһыҙ картуфты барыһы ла тәмләй ала. Башҡортостанда махсуслашҡан кибеттәр асылыуы көтөлә.
Читайте нас: