1919 йылдың 23 марты – ВЦИК Декреты тарафынан Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын булдырыу иғлан ителә. Ул 1919 йылда Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторола. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителә.
1919 йылдың авгусынан 1922 йылдың июненә тиклем Стәрлетамаҡ Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының баш мәркәзе була.
1919 йыл – Башгосиздат гәзит-журнал һәм китап нәшриәте эшләй башлай.
1919 йылдың 4 декабрендә – Стәрлетамаҡта беренсе профессиональ башҡорт драма театры ойошторола. Уға нигеҙ һалыусы, тәүге художество етәксеһе һәм директоры – XX быуат башында Рәсәй театр мөхитендә киң танылған актер һәм режиссер, Башҡортостандың тәүге сәхнә берләшмәләре етәксеһе В.Ғ.Мортазин-Иманский.
1919 йылдың 8-11 ноябре – Стәр-летамаҡта («Кесе Башҡортостан») өлкә партия ойошмаһын һәм уның комитетын формалаштырған РКП(б)-ның I Бөтә башҡорт конференцияһы була.
1920 йылдың 15 октябре – Стәрлетамаҡта РКСМ-дың I Бөтә башҡорт съезы була.
1920 йыл – Стәрлетамаҡта 50 номерлыҡ беренсе телефон коммутаторы барлыҡҡа килә.
1921 йыл – ҡалала кинематограф асыла.
1922 йылдың 10 декабре – ҡалалағы йорттарҙа тәүге «Ильич лампочкалары» ҡабына. «Хеҙмәт власы» тип аталған республика гәзите был турала: «Стәрлетамаҡ танып булмаҫлыҡ итеп йәнләнде...» тип яҙа.
1924 йыл – ҡалала крайҙы өйрәнеү музейы эшләй башлай. Уны булдырыуға П.Х.Михайлов һәм Г.В.Скляров ҙур өлөш индерә.
1924 йылдың майы – ҡалала аэропландар өсөн майҙан булдырыла. Стәрлетамаҡ еренә Өфө – Стәрлетамаҡ – Өфө авиарейсы яһаған «Фарман» аэропланы килеп төшә.
1926 йыл – Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡта 24 мең 734 кеше йәшәүе асыҡлана.
1926 йыл – башҡорт педагогия техникумы булдырыла.
1929 йыл – ҡала гәзите 2,5 мең дана менән нәшер ителә.
1930 йыл – ҡала Советы Стәр-летамаҡтың 1960 йылға тиклемге үҫешен – 30 йыллыҡ перспектива пла-нын раҫлай. Был ваҡытта 24 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡаланың сәнәғәт предприятиеларында мең ярым самаһы эшсе эшләй.
1930 йыл – Өфөләге балалар йорто Стәрлетамаҡҡа күсерелә. 1938 йылдан В.И. Ленин исемен йөрөтә. 1949-1954 йылдарҙа уны М.Ғ.Туҡтамышев, 1954 -1963 йй.- А.Ф.Короткий, 1965-1988 йй. – С.Ғ.Назарғолов етәкләй. 1969 йылда ул ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған етем балалар өсөн 2-се һанлы мәктәп-интернатҡа әйләндерелә. 1970 йылдың 26 ғинуарында яңы бинаға күсә.
1930 йыл – Стәрлетамаҡ районы барлыҡҡа килә. Уның территорияһында нефть ятҡылыҡтарын тикшереү эштәре башлана.
1932 йыл – ҡалала нефть техникумы асыла; ҡайһы бер өйҙәрҙә радио барлыҡҡа килә.
1934 йыл 1 октябрь – 177 километр оҙонлоғондағы Өфө – Стәрлетамаҡ-Ишембай тимер юлы сафҡа индерелә.
1935 йыл – ҡалала медицина фельдшер-акушерлыҡ училищеһы асыла.
1936 йыл – Өфө, Ырымбур һәм башҡа ауыл-ҡалалар араһында даими автобус юлы асыла; беренсе тауышлы кино ҡуйыу ҡоролмаһы монтажлана.
1939 йыл – ҡала Советы хеҙмәтсәндәр депутаттарының беренсе сессияһы асыла.
1940 йыл – Стәрлетамаҡта йәшәүсе халыҡ һаны – 60 мең кеше.
Хронологияның дауамын гәзиттә уҡығыҙ.