Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Апрель 2019, 12:37

Көмөш тәңкәләр китһен зыңлап!

...Революциянан һуң башҡорт ҡатын-ҡыҙҙа-рының биҙәү әйберҙәрен (көмөш, алтын, алтын бал-даҡ, йөҙөк, беләҙек, һаҡал, селтәр һ.б.) көслөк менән йыйып, үҙәккә оҙатыу, аҫыл таштарҙан, затлы әйберҙәрҙән, үҙ илендә, үҙ ерендә байлығына хужа булмау милли кейемдең, милли төҫмөрҙөң бөтөүенә, юҡҡа сығыуына килтергән.

Ә бына бөгөн, бындай күренеш енәйәткә тиң тип иҫәпләнгәндә, башҡорттар төрки халыҡтар ғаиләһен-дә көндәлектә милли кейемдән тулыһынса баш тартҡан, уны ҡулланыштан сығарған милләттәрҙән һанала. Ә бит милли кейем, милли телдән ҡала, милләттең төп сифаттарының береһе, рухи ҡаҙа-ныштарының сағылышы булып тора.
Көмөш тәңкәләр – башҡорттарҙың милли биҙәге. Өҫтөнлөк көмөшкә бирелгән, сөнки ул күҙ тейеүҙән һаҡлай, ҡара көстәрҙе ҡыуа. Милли кейем – милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәт ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Был турала тағы ла күберәк белергә, башҡорт халҡының күп кенә йолалары менән танышырға теләһәгеҙ, 16 апрелдә көндөҙгө сәғәт 3-тә Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгендә ағинәйҙәр менән осрашыуҙа көтөп ҡалабыҙ.
Әсмә Яхина.
Читайте нас: