Йәштәрҙе гаджеттарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, ә бына бер нисә йыл элек туҡталыштарҙа бушлай вай-фай һәм көс йыйҙырғыс буласаҡ тиһәләр, уның нимәгә кәрәк булғанын һәм ни өсөн икәнен аңлап та булмаҫ ине кеүек. Күптән түгел генә «Ашҡаҙар» ҡунаҡханаһы эргәһендә ошондай аҡыллы туҡталыш барлыҡҡа килгәйне. Йәштәр, яңы технологиялы туҡталыштар тағы ла төҙөләсәкме, әллә ошоноң менән сикләнербеҙме, тип ҡыҙыҡһына ла башланы.
– Бындай туҡталыш ҡалала ғына түгел, ә тотош республикала берәү генә ине. Хәҙер бындай туҡталыш-тар дүртәү, Ашҡаҙар ҡунаҡханаһы эргәһендә улар икәү, тағы ла «Тау» компанияһы үҙ аҡсаһына “Каучук” заводы эргәһендәге ике туҡталышты йыһазландырҙы. Туҡталып ҡалма-ясаҡбыҙ, заманса туҡталыштар барлыҡҡа килеп торасаҡ. Яңы технологиялар ҡуйыу һәм көйләү менән «Солнечный круг» компанияһы шөғөлләнә, – тине Владимир Куликов.
Башҡорт йәштәре лә әүҙем, мәҫәлән, Сөләймәнов Даниилдың һорауҙарының береһе көрәш тү-ңәрәгенә бәйле ине: «Күп йылдар Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия нигеҙендә көрәш менән шөғөлләнәм, милли спорт төрөнә йыһазландырыу яғынан ярҙам булырмы?»
– Һеҙҙең унда барып шө-ғөлләнеүегеҙ бик яҡшы күренеш. Әлбиттә, ҡалабыҙҙа көрәштең төрлө төрҙәре бар, республика һәм ил кимәлендәге ярыштар ойоштороп торабыҙ. Ярҙам итәсәкбеҙ, – тип вәғәҙәләне уға ҡала етәксеһе.
Ә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев иһә:
– Һеҙ шөғөлләнгән бина менән яҡшы танышбыҙ, унда әлеге мәлдә түбәнән һыу тамсылай башлағанын да беләбеҙ. Бәләкәй аҙымдар менән уны тергеҙеп киләбеҙ, үткән йылдарҙа 1, 2 миллион һумға ремонт яһалды, иҙән, тәҙрәләр яңыртылды. Артабан да эш алып барыласаҡ, сөнки һеҙ быға лайыҡлы. Ә һеҙҙе көрәш сер-ҙәренә өйрәткән тренер – ҡалала берҙән-бер һәм уның уңыштары ҡала өсөн генә түгел, республика өсөн дә мөһим, – тине был һорауға яуапты тулыландырып.
Ҡаланың йәштәр ҡоролтайы ағзаһы Айнур Ҡәҙимов тел мәсьәләһен күтәрҙе.
– Ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре араһында башҡорт телен өйрәнеү курстары бармы, телде өйрәнеү нисек алып барыла? – тип ҡыйыу һорау бирҙе ул.
– Хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡытта ла белем үҙләштереү өҫтөндә эшләй, әммә башҡорт теле буйынса махсус курстар юҡ, башҡорт телен белгән коллегаларым бар. Миндә русса-башҡортса һүҙлек бар, яйлап өйрәнәм, коллегаларым һөйләшкәндә аңлайым. Тик был яҡлы үҫешергә теләмәгән кешене бер нисек тә көсләп өйрәтә алмайым, быға кеше үҙ теләге менән килергә тейеш, – тине Владимир Иванович.
Ҡала хакимиәте башлығына шәхсән һорауҙар биреүселәр ҙә булды. Улар етәксе булыр өсөн кешегә ниндәй сифаттарҙы үҫтерергә кәрәклеге, ҡала етәксеһенең ялды нисек үткәреүе, уның шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһынды.
Владимир Куликов иһә етәксе булыр өсөн, тәү сиратта, үҙ ҡалаңды яратырға кәрәклеге һәм, әлбиттә, юғары белем һәм тырышлыҡ талап ителеүе тураһында әйтте. Ә ялға килгәндә, етәксе балыҡ тоторға, бассейнда һыу инергә һәм Башҡортостан йылғалары буйлап кәмәлә сәйәхәт итергә ярата икән.
Әйткәндәй, йәштәр араһында ла спортты яратыусылар күп булды. Улар ҡалала бассейндар төҙөлөүе, урам воркауты майҙандары, велосипед юлдары селтәре үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. Ғөмүмән, ҡала башлығы менән егет-ҡыҙҙар араһында уртаҡ фекерҙәр, дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙар күп. Әммә әүҙем тормош алып барыуҙа ғына түгел, ҡала етәксеһе интернет буйынса ла йәштәрҙән ҡалышмай. Социаль селтәрҙәрҙә ул халыҡ менән туранан-тура аралаша. Ошоға бәйле, йәштәр етәксенең тәнҡитле мөрәжәғәттәргә ҡарашын да һораны.
– Ысынлап та, хәҙер күп мәсьәләләр социаль селтәр ярҙамында сиселә. Тәнҡитте яҡшы ҡабул итәм, әммә ул нигеҙле булырға тейеш, – тине Владимир Куликов.
Йәнле аралашыу ике яҡ өсөн дә емешле булды һәм ундай саралар тағы ла уҙғарылып торорға тейеш, тигән берҙәм фекер ҙә яңғырамай ҡалманы.