Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Апрель 2019, 12:40

Ҡоро үләндәрҙе үртәмәгеҙ!

Яҙ етеү менән янғын һүндереүселәр былтырҙан ҡалған ҡоро үләнде яндырыуҙан сыҡҡан янғынды һүндереүгә йыш саҡырыу ала.

Төп сәбәп – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, балаларҙың ут менән шаярыуы. Бигерәк тә кипкән үләндәрҙе яҡҡанда ут йәшен тиҙлегендә ҙур биләмәне ялмап ала. Шунлыҡтан уның тирәһендәге йорттарға, кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янай.
Ҡайһы берәүҙәр, кипкән үләнде яндырһаң, ергә файҙаһы ҙур, көл ерҙе ашлай, тип уйлайҙар. Ысынында иһә үләнде яндырғанда ерҙәге файҙалы микроорганизмдар, кипкән үлән аҫтынан саҡ сығып килгән йәш үләндәр юҡҡа сыға.
Ошоға бәйле, түбәндәге ҡағиҙә-ләрҙе иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
– ҡоро үләндәрҙе үртәмәгеҙ;
– ҡарауһыҙ сүп-сар яҡмағыҙ;
– усаҡ, сүп-сар яндырыу йорттарҙан, ҡоролмаларҙан 50 метр йыраҡлыҡта булырға тейеш;
– тәмәке тартҡанда һаҡ булығыҙ:
– янғын һүндереү ҡорамалдары һәр саҡ әҙер булырға тейеш: биҙрә, көрәк, һыу тултырылған мискәләр, ҡом тултырылған йәшник;
– кипкән үләндәрҙе тырмалап, бер урынға йыйғас, уны йортҡа яҡын булмаған ерҙә тимер мискә эсенә һалып яндырырға мөмкин;
– көслө ел ваҡытында ут тоҡандырмағыҙ. Тимер мискәлә сүп-сар яҡҡанда ла елдең йүнәлешен билдәләгеҙ, юҡһа осҡоно төҙөлөштәргә эләгеүе ихтимал.
Ҡоро үлән янғанын күрһәгеҙ, 112, 01, 101 телефондарына шылтыратығыҙ!
40-сы янғын һағы.
Читайте нас: