Ултырыш йомғаҡтары буйынса йәмәғәтселек комиссияһы бөтә проекттарҙы ла раҫланы. Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, 34 күп фатирлы йорт алдары төҙөкләндереләсәк, тип белдерҙе А.Ермолаев. Бына улар: Коммунистик урамындағы 96-сы, 98, 100, 102-се йорт алдары; Бородин урамындағы 3,5,7,9; Хәрби ин-тернационалистар урамындағы 39-сы йорт; К. Маркс урамындағы 145, 147,149, 149а, 149б; Курчатов урамындағы 2,6,8; Кочетов урамындағы 28,32,34; Радищев урамындағы 6,8; Туғанлыҡ урамындағы 9, 11; Дуҫлыҡ урамындағы 20-се; Нахимов урамындағы 5-се; Тыныслыҡ урамындағы 62-се; Свердлов урамындағы 71-се; Сакко һәм Ванцетти урамындағы 72-се; Гоголь урамындағы 130а; Суханов урамындағы 18-се; Тимер юл урамындағы 52; Хоҙайбирҙин урамындағы 40; Октябрь проспектындағы 28-се йорт алдары. Шулай уҡ К.Либкнехт урамындағы 4, 4а, 4б, 4в; Макаренко урамындағы 2а,2б йорт алдары резервҡа ҡуйылған.