Тантананы асыҡ тип иғлан итеп, Рәсәй һәм Башҡортостан әләмдәре аҫтында гимн яңғырағандан һуң, сараны алып барыусылар Башҡортостандың бер быуатлыҡ тарихын ҡыҫҡаса ғына, әммә тәрән йөкмәткеле сығыштары менән бәйән итте. Ошо мәлдә залда ултырыусылар бынан йөҙ йыл элек Башҡортостан яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән мөһим ваҡиғаларға ҡайтып ураны, күҙ алдына республикабыҙҙың йәйрәп ятҡан ялан-ҡырҙары, шанлы тарихы, уны бар иткән шәхестәр килеп баҫты.
Башҡортостан Республикаһын төҙөүҙә мөһим роль уйнаған башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәре Шәриф Манатов, Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәре, бер быуат элек булған ваҡиғалар телгә алынғанда күңелде ғорурлыҡ хистәре биләп алды. Тап шул осорҙа Башҡорт автономияһы тураһында хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән, башҡорт милләтенең зыялылары халҡыбыҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә бөйөк эштәр алып барған. Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Шәриф Манатов БАССР иғлан ителеү тураһындағы документты Петроградҡа ебәрә. Башҡортостан хөкүмәтен булдырыуҙың башында Муса Мортазин, Шәһит Хоҙайбирҙин, Юныс Бикбов кеүек шәхестәр тора.
– Башҡортостан – беренсе автономиялы республика, – тине залдағыларҙы сәләмләп ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов. – Башҡорт дәүләтселеген булдырыуҙа Стәрлетамаҡ мөһим роль уйнай. 1920 йылда хәҙерге Халыҡты социаль яҡлау үҙәге урынлашҡан Земская Управа бинаһын-да Советтарҙың I Бөтә Башҡортостан съезы була. Был ваҡиғаларҙың тап Стәрлетамаҡта барыуы – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ! Стәрлетамаҡ 1919 йылдың 20 авгусынан БАССР-ҙың баш ҡалаһы булған һәм ул 1922 йылға тиклем баш мәркәз булып торған! Бына шундай мәртәбәле ул беҙҙең ҡалабыҙ, – тип өҫтәне сикһеҙ ғорурлыҡ менән ҡала етәксеһе.
– Заманында шундай көслө рухлы, зирәк аҡыллы шәхестәребеҙ тарафынан төҙөлгән гүзәл республикабыҙ! Бөгөн беҙҙә йөҙләгән милләт вәкиле бер-береһен хөрмәт итеп, татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Республика ҡалалары араһында халыҡ һаны менән икенсе урында торған Стәрлетамаҡ – республиканың көньяғының ынйы бөртөгө ул! – тигән рухландырғыс һүҙҙәр менән өндәште залдағыларға ҡала етәксеһе.
Ҡалабыҙҙың тарихы иһә бер быуаттан ашып китә. Тоҙ пристаны нигеҙ һалғандан һуң, ҡалала сәнәғәт, сауҙагәрлек үҫешә башлай һәм Стәрлетамаҡ өйәҙ ҡалаһы статусын ала. Ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул, тылдағы ҡала булып, ситтән килгән күпме өйһөҙҙәрҙе һыйындырған һәм туйындырған, эшһеҙҙәрҙе эшле иткән! Бөгөн дә ул – күптәрҙең төйәге, дуҫлыҡ бишеге, тотороҡло үҫеш юлында барған ҡала. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров юҡҡа ғынамы ни барлыҡ етәкселәрҙе лә Стәрлетамаҡтан өйрәнергә саҡыра.
Сараға килгән юғары ҡунаҡ, БР иҡтисад үҫеше министры Сергей Новиков Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың һәм шәхсән үҙенең исеменән ҡайнар ҡотлауҙар еткерҙе һәм, Куликовтың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, Стәрлетамаҡтың ил кимәлендә тотҡан роле, яҡшы һөҙөмтәләр тураһында һөйләне.
– Бөгөн беҙ һәр яҡлап та эшмә-кәрлегебеҙ менән ил буйынса иң яҡшылар сафында торабыҙ, – тине министр һәм киләсәккә пландар тураһында һөйләне. – Шуныһы мөһим, беҙҙең пландарыбыҙ федераль кимәлдә хупланыла. Стәрлетамаҡ – оло химия һәм нефть химияһы ҡалаһы. Күркәм проспекттары, заманса йыһазландырылған аллеялары һәм скверҙары, спорт һәм мәҙәниәт учреждениелары, бай мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡылары менән дан тота. Ике тапҡыр алтын, өс тапҡыр көмөш ҡала исемен яулаған Стәрлетамаҡ менән бөгөн ғорурланырға хаҡыбыҙ бар. Валентина Матвиенко Стәрлетамаҡты хәҙерге Рәсәйҙең иҫ киткес бай потенциалы тип атаны. Был, ысынлап та, шулай.
Тантана һуңында ҡалабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына, ветерандарға юбилей миҙалдары һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Байрамды ҡалабыҙҙың иң яҡшы ижади коллективтары сығышы тағы ла сағыуландырып, йәнләндереп ебәрҙе. Беренсе ҡаттағы фойела төрлө ризыҡтар сауҙаһы ойошторолдо, һатыуға республика картаһын һын-ландырған торттар сығарылды. Ә икенсе ҡатта төрлө уҡыу йорттарының, предприятиеларҙың, ойошмаларҙың ҡатнашлығында бай күргәҙмә ойош-торолдо.
Башҡортостан Республикаһының йөҙ йыллыҡ юбилейын Стәрлетамаҡ барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла алда барған, төҙөк, таҙа, уңайлы һәм юғары мәҙәниәтле ҡала булып ҡаршылай. Киләсәктә лә шулай булһын!