Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
16 Апрель 2019, 13:01

Төпкөлдәргә тиклем баралар

«Эко-Сити» төбәк операторы күп йөк һыйҙырышлы алты сүп тейәү машинаһы һатып алған. Был маҡсатта 60 миллион һум аҡса тотонолған. Өс машина март айында уҡ эшкә тотонған, улар республиканың «сүп реформаһы» индерелгәнгә тиклем сүп-сар сығарып ташланмаған төпкөл райондарына сығып, сүп ташыған.

18 һәм 20 кубометр һыйҙырышлы ике КамАЗ машинаһы Хәйбулла, Әбйәлил райондарын, IVECO сүп түгеү машинаһы Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр райондарын хеҙмәтләндерә.
Яңы техника арҡаһында төбәк операторы март айында 136 меңгә яҡын кеше йәшәгән 386 ҡала һәм ауылды хеҙмәтләндергән.
15 апрелдә Федоровка һәм Белорет райондарына йәнә өс заманса сүп түгеү машинаһы (КамАЗ һәм IVECO) ҡайтарылды.
– Яңы техника алыу беҙгә бығаса бер ҡасан да сүп сығарылмаған ауылдарҙан даими рәүештә сүп ташып торорға мөмкинлек бирә. Йәғни быға тиклем ул ауылдарҙа йәшәгән кешеләр йыйылған сүп-сарҙы үҙҙәре сығарып түгә ине, – тип аңлата «Эко-Сити» төбәк операторы генераль директоры Семён Земсков. – Әгәр беҙ көнкүреш ҡалдыҡтарын өҙлөкһөҙ сығарып торһаҡ, ауылдарҙа рөхсәтһеҙ сүплек булдырыу, кәрәкмәгән урында сүп-сар яғыу һәм тирә-яҡты бысратыу кеүек хәлдәргә юл ҡуйылмаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, «Эко-Сити» төбәк операторы быйыл 1 ғинуарҙан эшләй башланы. Ул республиканың 4 ҡала округы һәм 18 районы урынлашҡан иң ҙур майҙанын биләгән зонаны хеҙмәтләндерә.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас: