Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Апрель 2019, 12:06

БАШҠОРТОСТАНДА МИЛЛИ ПРОЕКТТАРҒА 170,6 МИЛЛИАРД ҺУМ АҠСА БҮЛЕНДЕ

Ошо аҡсалар нисек сарыф ителәсәк? Алты йыл дауамында дәүләт ил граждандарының тормошон яҡшыртыу маҡсатында 28 триллионов һум аҡса бүлә. Иң мөһиме: РФ Президенты Владимир Путин белдереүенсә, был аҡсалар ҡалаларҙа, ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтың ысынлап та тормошон яҡшыртырға тейеш.

В. ПУТИН, Рәсәй Президенты: “Һөҙөмтәләрҙе халыҡ ҡағыҙҙа күрергә түгел, ә ғәмәлдә тойорға тейеш”
Был йәһәттән йәмғеһе 12 йүнәлеш буйынса эш алып барыла: һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, юлдар, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, кесе эшҡыуарлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм экспорт, магистраль инрфраструктура. Беҙ уларҙың бер нисәһенә туҡталып китмәксебеҙ.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан етәксеһе:
- Рәсәй Президенты Милли проекттары 2024 йылға ҡәҙәр. Иманым камил, был беҙҙең өсөн алға ынтылыш, бөтә ил өсөн алға табан ҙур аҙым. Беҙ был аҡсаларҙы урларға юл ҡуймаясаҡбыҙ!
Ағымдағы йылда был проект сиктәрендә республика 34,2 миллиард һум аласаҡ, ә алты йылда йәмғеһе – 170,6 милилиард һум. Шулай итеп, нимәгә сарыф ителәсәк һуң был аҡсалар?
1. Һаулыҡ һаҡлау
4,9 милилиард һум йөрәк өйәнәге, яман шеш менән көрәшкә, яңы балалар поликлиникалары төҙөүгә тотоноласаҡ. Был өлкәгә алты йылда 16,5 милилиард һум йүнәлтеү ҡаралған.
2. Белем биреү
Киләһе алты йылда 17,3 млрд һум (2019 йылда 4,9 млрд һум) ярҙамында заманса мәктәптәр төҙөүҙә, уңышлы уҡыусылар, уҡытыусылар әҙерләүгә тотоноласаҡ.
3. Демография
Республиканың тотороҡло үҫешендә ғаиләләргә финанс яҡтан булышлыҡ итеү – ҙур талап. Мәҫәлән, бала тыуғанда йәки ҡартайған көндә ғаилә ошондай ярҙамға мохтаж. Әлеге йәһәттән 34,4 млрд һум тотонолоу ҡаралған.
4. Сифатлы юлдар
Юлдарҙағы хәлдәр һуңғы ваҡытта бөтә йәмғиәтте уйға һала. Авариялар, фажиғәләр водителдәрҙең яуапһыҙлығы, иғтибарһыҙлығына ғына бәйле түгел, юл сифатына ла иғтибар итеү мөһим.
Башҡортостанда юлдарҙы сифатлы итеү өсөн ҙур эштәр башҡарыла, ә Мили проект сиктәрендә бүленгән аҡсалар эште тағы ла йәнләндерәсәк. Яңы күперҙәр, 6 мең километр юл төҙөкләндереү ҡаралған. Бының өсөн быйыл ғына ла федераль ҡаҙнанан 5,2 млрд һум аҡса бүленәсәк, алты йылда йәмғеһе 33,5 млрд һум көтөлә.
Был авариялар һанын 3,5 тапҡыр кәметеүгә килтерәсәк тип күҙаллана.
Читайте нас: