1929 йылдан – Пролетар ту-ризмдың Башҡортостан йәмғиәте, 1937 йылдан – Башҡорт АССР-ы совнаркомының Физкультура һәм спорт буйынса юғары советы, 1960 йылдан – БАССР-ҙың Туристик-эксплуатация идаралығы, 1995 йылдан – Башҡортостан Рес-публикаһының Физик культура, спорт һәм туризм буйынса дәүләт комитеты (Госкомспорттуризм) ҡарамағында була. Башҡорт АССР-ы СССР-ҙың туристик үҙәктәренең береһе булып тора:
• 1960 йылда Белорет ҡа-лаһында Туристарҙың II йәйге Бөтә Рәсәй слеты үтә;
• 1964 йылда Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы районында – Бөтә Рәсәй туристарының ҡатнаш слеты;
• 1976 йылда Ғафури райо-нының Ташаҫты ауылында – III Бө-тә Рәсәй йәйәүле туристар һәм 1986 йылда Бөтә рәсәй туристик контроль-ҡотҡарыу хеҙмәттәре беренселеге (1989);
• 1977 йылда Күгәрсен ра-йоны Мораҙым ауылы янында – Бөтә Союз йәйәүле туристарҙың ҡатнаш слеты;
• 1985 йылда Ишембай райо-ны Маҡар ауылы эргәһендә – II Бө-тә Рәсәй спелеотуристар слеты;
• 1989 йылда Киндерле мә-мерйәһе янында (Ғафури ра-йоны) спелеотуристарҙың Бөтә Союз ярыштары уҙа.
1997 йылда Өфөлә респуб-ликаның Туристик-спорт бер-легендә Башҡортостан туризмы музейы асыла.