Бынан тыш, гражданлыҡ-хоҡуҡи характерҙағы килешеүҙәр буйынса эшләүсе граждандар, йорттарын, фатирҙарын, баҡса өйҙәрен, ер участкаһын, авто-мобилдәрен һатҡан кешеләр үҙ керемдәре хаҡында декларация бирергә тейеш. Лотереяға, тотализаторҙа аҡса отоусылар ҙа һалым органдарына табыштары тураһында отчет бирергә бурыслы.
Бынан тыш, фән, әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре авторҙарының, шулай уҡ уйлап табыуҙар, файҙалы моделдәр һәм сәнәғәт өлгөләре авторҙарының вариҫтары булараҡ бүләк алыусы граждандар ҙа был табыштары тураһында декларация бирә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ваҡытында бирелмәгән декларациялар өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған.