«Юлдың был өлөшөн киңәйтеү авария хәлдәрен кәметеүгә, йөк трафигын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Был иһә Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай сәнәғәт предприятиеларының ихтыяжы өсөн бик мөһим», – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
«Транспорт сәғәте»ндә шулай уҡ Өфө – Инйәр – Белорет, Өфө – Бөрө – Яңауыл, Нефтекама – Яңауыл һәм Өфө – аэропорт автомобиль юлдарын федераль милеккә тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. БР Дәүләт транспорт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был – автоюлдарҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәрәсәк, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырасаҡ. Ә республика ошоға бәйле янда ҡалған аҡсаны башҡа юл участкаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға йүнәлтә аласаҡ.