Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
19 Апрель 2019, 13:45

Хәтер йәшәй һындарҙа!

1984 йылдан башлап төрлө илдәрҙә 18 апрелдә Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө билдәләнә. Был мөһим көндө, үҙенсәлекле байрамды, тип әйтергә лә була, ЮНЕСКО эргәһендә эшләп килгән Һәйкәлдәр һәм тарихи урындарҙы һаҡлау мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара ассамблея беренселәрҙән булып башлап ебәрә.

Башта уҡ шуны билдәләп китке килә: һәйкәл менән артобъекттарҙы бутарға яра-май, сөнки артобъекттар ҡаланы матурлау өсөн генә ҡуйыла (мәҫәлән, Хоҙайбирҙин урамындағы торшер, болан һындары, һ.б.). Уларҙың тари-хи мөһимлеге юҡ, әлбиттә, әммә эстетик мәғәнәгә эйә булыуҙары менән ҡәҙерле.
Борон мосолмандарҙа һүрәт менән һәйкәл яһау тыйылған, шуға күрә Башҡортостанда тәүге скульптуралар Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына барлыҡҡа килә. Республикабыҙҙа иң беренселәрҙән булып ижад емештәре менән халыҡты ҡыуандырған скульптор Тамара Нечаева була. Ул 1952 йылда эшләгән Салауат Юлаев бюсы – Башҡортостанда иң тәүге скульптураларҙан иҫәпләнә. Ул шәхес беҙҙең ҡалала ла яҡты эҙ ҡалдыра – Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдындағы В.И.Ленин һәйкәлен 1966 йылда, ҡаланың 200 йыллыҡ юбилейына бағышлап, тантаналы рәүештә демонстрация ваҡытында асалар.
«Һәйкәлдәр – тереләр өсөн», тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Заман талабы-на ярашлы, беҙ тарихи урындарҙың, һәйкәлдәрҙең халҡыбыҙҙың үҙаңына тәҫир иткәнен, халыҡ тарихын, телен, мәҙәниәтен һаҡлауҙа мөһим роль уйнағанын яҡшы аңлайбыҙ.
Әле Башҡортостанда биш меңгә яҡын тарихи һәм мәҙәни һәйкәл бар. Стәрлетамаҡ ҡалаһында иһә дөйөм алғанда бюст һәм һәйкәлдәр һаны 40-ҡа етә.
Ҡалала иң билдәле скульптор – Михаил Шабалтин. Былтыр Комсомол урамының 47-се йортонда уның үҙенә арналған таҡтаташ асылды. Ул бер нисә һәйкәл авторы – мәңгелек хәтер символы «Мәңгелек ут», «Салауат» кинокомплексы алдында урынлашҡан Салауат Юлаев бюсы, Шаһит Хоҙайбирҙин һәйкәле һәм башҡалар.
Ҡалабыҙҙың тарихын сағылдырған һәйкәлдәр күп, уларҙың күпселеге нигеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы һәм Граждандар һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә арналған. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ менән яҙмыштарын бәйләгән шәхестәребеҙгә иғтибар арттырыу яҡшы булыр ине. Мәҫәлән, XIX быуатта Стәрлетамаҡта бер нисә йыл башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этно-граф, публицист Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Стәрлетамаҡ мәҙрәсә-һендә рус теле һәм мате-матика уҡытыусыһы булып эшләгән. Шулай уҡ Вәлиулла Мортазин тураһында ла оноторлоҡ түгел. Билдәле бу-лыуынса, Мортазин «Сәйәр» труппаһы артисы, режиссеры, башҡорт театрына нигеҙ һалыусы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы була. 1919 йылда ул Стәрлетамаҡта яңы төҙөлгән Башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры булып эшләүен күҙ алдында тотҡанда, уға ла беҙҙең ҡалала һәйкәл асылыуы яҡшы булыр ине.
Рәсми рәүештә быйыл Республиканың 100 йыллығы үткәрелә. 1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары: Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Юныс Бикбов, Шәриф Манатов, Сәғит Мерәҫов, Муллаян Халиҡов һәм башҡаларҙың исеме халыҡҡа ҡайтарылды. 1919-1922 йылдарҙа республика биләмәһе көньяҡ башҡорттарҙы үҙ эсенә алған Бәләкәй Башҡортостан менән генә сикләнә. Уның баш ҡалаһы Стәрлетамаҡ була. Был ваҡиғаларҙың тарихын мәңгеләштереү маҡсатында ҡалабыҙҙа «Тәүге Республика» стелаһын асыуҙы һорап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе ағзалары ҡала хакимиәте башлығы исеменә мөрәжәғәт итте. Эштәрҙең килеп сығырына өмөт бағлайбыҙ
Республика тарихы менән бәйле иҫтәлекле урындар әйтеп бөтөргөһөҙ тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Һәйкәлдәр – тереләр өсөн, киләһе быуындарыбыҙ өсөн. Ошо хәҡиҡәтте мәңге онотмау – беҙҙең бурыс.
Ләйсән ЙОСОПОВА,
тарих фәндәре кандидаты,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе.
Читайте нас: