Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
19 Апрель 2019, 13:49

Станоктарҙы кемдәр эшләр икән?

Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы эшмәкәрлеген туҡтатты.

Был турала республика Хөкүмәтендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә әйтелде. Заводтың был хәлгә ҡалыуы акционерҙар менән бергә тупланған структураларҙың бер төптән эш алып бармауынандыр. Уйлап ҡараһаң, ошоға тиклем Рәсәйҙәге барлыҡ станоктарҙың 50 проценты ошо заводта сығарылған!
“Инвестсәғәттә” республика етәксеһе Радий Хәбиров был етешһеҙлек буйынса ваҡытында сара кү-релмәгәне өсөн ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
– Һеҙ ниңә миңә был турала алдан белгертмәнегеҙ? – тине республика башлығы сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры А.Карпухинға. – Хәҙер юғары ква-лификациялы 760-лаған белгес эш хаҡы ала алмай, эшһеҙ ултыра. Был осорҙа бит мин бер нисә тапҡыр Рәсәйҙең сауҙа һәм сәнәғәт министры Денис Мантуров менән осраштым, белгән булһам, был хәлдән сығыу юлдарын уның менән тикшерергә булыр ине.
Ултырыш барышында Радий Хәбиров проблемалы мәсьәләләрҙе сисеп, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, заводтың эшмәкәрлеген тергеҙергә фарман бирҙе.
Әйткәндәй, заводтың ғинуар айынан алып эшселәргә 30 миллион һумдан ашыу бурысы бар.
Ф. ЙӘҒӘФӘРОВА.
Читайте нас: