Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
19 Апрель 2019, 13:40

Яҙ һулышы – умырзая

Бөгөн Умырзая көнө билдәлә-нә. Өй тирәләй ултыртылған был сәскә яуыз көстәрҙән һаҡлай, тигән ышаныу бар. Шулай ҙа ул иң башта ҡышҡы һыуыҡтарҙан һуң сыҡҡан тәүге яҙ килеүен хәбәр иткән сәскә.

Бөгөнгө көндә умырзая барлыҡ ер шарында таралған, уның егерменән ашыу төрө бар һәм уларҙың һәр береһе Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Был сәскәнең иң популяр төрө – аҡ умырзая, шулай уҡ грек, византия, кавказ кеүек төрҙәре бар. Уларҙың барыһы ла сәскәһенең формаһы, төҫө, хатта еҫе менән дә айырыла икән. Төрлө илдәрҙә был сәскәнең исеме төрлөсә. Англияла уны ҡарлы сәскә йәки ҡарлы алҡа, чехтар – ҡар бөртөгө, немецтар ҡарлы ҡыңғырау... тип йөрөтәләр.
Ҡар аҫтынан яҡты ҡояшҡа табан ынтылып, бәләкәс кенә булыуына ҡарамаҫтан, ап-аҡ ҡар араһында хуш еҫтәрен таратып сәскә атып ултырған умырзая – тәбиғәттең мөғжизәһе, уның яҙғы ижады. Шуғалыр ҙа ул бихисап әкиәттәрҙең һәм риүәйәттәрҙең геройы булып тора. Мәҫәлән, бер боронғо риүәйәттә яҙылыуынса, Әҙәм һәм Һауа ожмахтан ҡыуылған ваҡытта ҡар яуған булған. Һауа ныҡ өшөгән һәм ожмахтың йылы, матур баҡсаларын иҫенә төшөрөп илай башлаған. Уны тынысландырыр өсөн, Аллаһ, бер нисә ҡар бөртөгөн матур аҡ сәскәләргә, умырзаяларға әйләндергән. Уларҙы күреү менән Һауа күңелләнеп киткән һәм яҡшы тормошҡа ышанысы уянған. Ошонан алып умырзаяны – өмөт символы тип йөрөткәндәр.
Шулай уҡ Рәсәйҙә лә умырзаяға ҡағылышлы легенда бар. Ҡыш, Сатлама һыуыҡ һәм Ел Яҙҙы ергә индермәҫкә булғандар. Барлыҡ сәскәләр Ҡыштың янауынан ҡурҡып йәшенгәндәр, Умырзая ғына нәҙек кенә һабағын төҙәйтеп, ҡар ҡатламы аша килеп сыҡҡан. Ҡояш уның япраҡтарын күреп, ер йөҙөн йылыта башлаған һәм Яҙға юлды асҡан...
Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, умырзая “кеше мөхәббәте” ҡорбанына әйләнде. Был сәскәләр иҫ киткес матур, тик тәбиғәттә генә, ә өҙөлгәндәре бер-ике көн генә “йәшәй”. Кешеләрҙең вәхшиҙәрсә ҡыланыштары арҡаһында умырзаялар йылдан-йыл һирәгәйә, төрҙәре әҙәйә. Әҙәм заттары уның сәскәләрен генә түгел, хатта тамырҙарын да ҡаҙып алыуға тотонған. Шуға күрә умырзаяның күпселеге юҡҡа сығыусы төр булып Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Экологтар был сәскәләрҙе һаҡлау маҡсатында, уларҙы өҙөүселәргә ҡарата ҡаты саралар ҡулланырға саҡыра.
Тик йыл һайын баҙарҙарҙа умыр-зая һатыусылар осрай һәм уларҙың күпселеге теплицаларҙа үҫтерел-мәгән... Бына ошолар хаҡында ла иҫебеҙгә төшөрә Умырзая көнө!
Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВА.
Читайте нас: