Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
23 Апрель 2019, 12:36

Башҡортостанда ҙур өмәләр бара

Оҙайлы ҡыштан һуң алдан иғлан ителгән төҙөкләндереү айлығы һәм өмәләр бара— Республикабыҙ халҡы уңайлы, тыныс, имен мөхиттә йәшәүгә лайыҡ. Әйҙәгеҙ, бергәләп йәшәгән еребеҙҙе йыйыштырайыҡ. Ҡалаларыбыҙ, ҡасабаларыбыҙ биләмәләре таҙа булырға тейеш. Шуға күрә беҙ өмәләр үткәреүҙе тергеҙергә, был эшкә етди рәүештә тотонорға хәл иттек, — тине төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Уҙған ял көнөндә беренсе дөйөм республика өмәһе үтте, бер аҙнанан киләһе экологик сара көтөлә. Әммә был көндәлек эштәрҙең туҡтап ҡалыуын аңлатмай. Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр ҡалған ҡарҙы таҙарта, ҡыш дауамында йыйылған сүп-сарҙы түгеү менән мәшғүл. Артабан улар ҡоймаларҙы, сүп-сар һауыттарын ремонтлап, яңыртып буяп, газон ситтәрен, контейнер һәм балалар майҙансыҡтарын кәртәләйәсәк, биналарҙы тыштан йыуасаҡ. Унан инде, йылы көндәр башланыу менән, ерҙе йомшартыу, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу, сәскә түтәлдәре яһау кеүек йәшелләндереү эштәренә тотонасаҡтар.
Эш күләме ҙур ғына. Мәҫәлән, былтыр ҡала һәм район хакимиәттәре биргән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, өмәләрҙә 1,4 миллиондан ашыу кеше, йәғни республика халҡының өстән бер өлөшө ҡатнашҡан. Эш барышында 30 мең машина йәлеп ителгән. Дөйөм алғанда, бөтә республика буйынса 38 мең тонна сүп-сар йыйып түгелгән. Был өймәләм итеп тултырылған туғыҙ мең КамАЗ тигән һүҙ!
1 май байрамына республика балҡып торорға тейеш.
— Элек өмәгә барлыҡ халыҡ яҡшы кәйеф менән сыҡҡан, беҙ ошо матур традицияны тергеҙәбеҙ. Кешеләр дәртләнеп эшләргә тейеш. Бының өсөн экологик сараны матур итеп ойошторорға, эш урынын, күләмен, төрҙәрен, ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе алдан хәстәрләргә кәрәк. Йәмәғәт урындарында йыр-моң яңғырап торорға, халыҡҡа байрамса кәйеф өҫтәргә тейеш, — тине Радий Хәбиров.
Үҙ ихатаһын матурыраҡ һәм таҙараҡ итеүгә һәр кем өлөш индерә ала. Әгәр күршеләрегеҙ менән берләшеп, төҙөкләндереү эштәрендә ярҙам итергә теләһәгеҙ, урындағы хакимиәт быны хуплап ҡаршы аласаҡ – барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итәсәк, алдан һөйләшеп килешһәгеҙ, хатта үҫентеләр ҙә бирәсәк.
Төбәгебеҙҙе сүп-сарҙан таҙартыуҙан тыш, 20 апрелдән 20 майға тиклем республикабыҙҙа ағас ултыртыу буйынса айлыҡ һәм «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтәсәк, унда барлыҡ муниципалитеттар ҡатнаша. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, яңы ултыртыласаҡ ағас үҫентеләренә республика биләмәләрендә дөйөм майҙаны 400 гектарға тиң 120 урман участкаһы әҙерләнгән.
Ағас ултыртыуҙың берҙәм көнө тип 27 апрель билдәләнде.
Төп майҙансыҡтарҙың береһе Кушнаренко районының Солтанай ауылы янында буласаҡ. Унда был көндө 5 гектар ергә 20 меңдән ашыу ағас ултыртыу ҡаралған. Ҡала һәм райондарҙа тематик аллеялар, скверҙар рәүешендә майҙансыҡтар әҙерләргә тейештәр. Әле адрестар теүәлләнә, улар менән үҙ районыңдың хакимиәте һәм Урман хужалығы министрлығы сайттарында (forest.bashkortostan.ru) танышырға мөмкин.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, ныҡ ваҡ үҫентеләрҙең 90 проценты һәләк була. Акция һөҙөмтәле булһын өсөн ҙурыраҡ ағастарға өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ ниндәй ағас ултыртыу мәсьәләһен һәр ерлектең шарттарын иҫәпкә алып һайлау зарур.
— Акцияның мәғәнәһе — ағас ултыртыу йәки йәшелләндереү генә түгел, ә йәмәғәт башланғыстарын яҡлау, халыҡты ҡала һәм ауылдарыбыҙҙа таҙалыҡ, йәшел мөхит булдырыу эшенә йәлеп итеү, — тине ул.
Акция һөҙөмтәләре буйынса республикала «Йәшел Башҡортостан» тип аталған фотоконкурс үткәреләсәк. Унда ҡатнашыу өсөн ағас ултыртырға, уның янында фото төшөргә һәм шул рәсемде социаль селтәрҙәге сәхифәңә #зеленаябашкирия2019 хештегы менән ҡуйырға кәрәк.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Машинаңды газонда ҡалдырһаң, штраф түләйәсәкһең!
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары газон йәки түтәлдәрҙе тапаған, уларҙа автомобиль ҡалдырған өсөн штрафтар индерә. Закон тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде, уны раҫлау мәсьәләһе 9 апрелдә ҡараласаҡ. Ябай граждандар өсөн штраф күләме — бер меңдән ике меңгә, ә предприятиелар өсөн 30 мең һумғаса етәсәк. Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уны ғәмәлгә индереүҙе тиҙләтергә ҡушты. Закондың ҡасан үҙ көсөнә инеүе, тәртип боҙоусыларҙы язаға тарттырыу алымдары тураһында киләһе яҙмаларыбыҙҙың береһендә һөйләрбеҙ.
Ихатала нимә ултыртырға?
Көньяҡ Урал ботаник баҡса-институтының ғилми хеҙмәткәре Надежда Рязанова әйтеүенсә, беҙҙең климат шарттарында ылыҫлы ағастар, көнбайыш сауырының барлыҡ сорттары, ҡала ерендә шыршы, ә ауыл һәм ҡала яны биләмәләрендә ҡарағай яҡшы ерегә.
— Ҡала ере өсөн махсуслаштырылған үҫенте төрҙәре бар. Төбәгебеҙ ҡалаларында сирен, баҡса йәсмине, алмағас, барбарис һәйбәт үҫә. Һуңғы йылдарҙа амур дейцияларын уңышлы үҫтерә башланылар, улар туңмай, матур итеп сәскә ата. Ҡырҡҡылауға сыҙамлы ағастарҙан, мәҫәлән, энәлектән төрлө һындар яһайҙар. Мүшмел ҡыуағы йәшел ҡойма барлыҡҡа килтереп үҫә. Төрлө төҫтәге япраҡлы һәм сәскәле спирея ҡыуаҡтары ярҙамында ландшафттарҙы биҙәйҙәр, — тип һөйләне ул.
Япраҡлы ҡыуаҡтар ултыртҡан саҡта уларҙың ниндәй шарттарҙа (ҡояшлы урындамы, күләгәләме) яҡшыраҡ үҫеүен иҫәпкә алығыҙ. Һатып алғанда был үҫенте менән ҡасандан сауҙа итеүҙәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Әгәр улар был төр менән күптән сауҙа итһә, икеләнмәйенсә һатып алырға мөмкин. Ихатала сәскәләр ултыртыу менән ағас ултыртыу араһында бик ҙур айырма бар.
— Ағасты ҡайҙа ултыртасағығыҙҙы алдан мотлаҡ идарасы компания менән килешегеҙ. Өй янынан, ер аҫтынан бихисап коммуникациялар — газ, йылылыҡ, канализация торбалары үтә. Ағастың тамырҙары уларға зыян килтереүе ихтимал. Планлы алып барылған ремонт мәлендә уны төбө-тамыры менән алып ташлауҙары бар. Бик йәл буласаҡ. Шуға күрә алдан килешеү зарур, — тип һөйләне беҙҙең эксперт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге «Уфасити.ми» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Вадим Беляков.
...һәм быны нисек дөрөҫ эшләргә
— Иң тәүҙә соҡорҙо дөрөҫ әҙерләргә кәрәк. Ул түңәрәк рәүешендә ҡаҙыла. Төбөн яҡшылап йомшартҡас, 10-15 см бейеклектә тупраҡ өйөмө яһап, шуға таяҡ ҡаҙала. Был эште ике кеше башҡарыу яҡшыраҡ: берәү соҡорҙоң тап уртаһына тура килтереп үҫентене тотоп тора, тамырҙарҙы рәтләй, икенсе кеше аҙ-аҙлап тупраҡ һалып, еңелсә баҫтыра бара һәм аҙаҡтан йәш ағасты таяҡҡа бәйләп ҡуя, — тип аңлатты Өфө урман-техник техникумының «Урман хужалығы» бүлеге мөдире Гөлназ Ихсанова.
Ағастың олоно ерҙән 2-4 см бейегерәк булырға тейеш, сөнки һыу ҡойғанда тупраҡ аҫҡа төшәсәк. Иң аҙаҡтан, һыу ситкә аҡмаһын өсөн, ағас төбөндәге ерҙе ситкә өйөп, соҡор яһарға кәрәк. Яҡшы итеп һыу ҡойғандан һуң төбөнә ағас онтағы йәки һалам түшәргә.
Читайте нас: