Штандарт тапшырыу тантанаһында БР Мәҙәниәт ми-нистрлығынан вәкил – М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева, фестиваль-марафонды ойоштороусы Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина ла ҡатнашты. Штандартты ҡала хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Михаил Григорьев Стәрлетамаҡ районының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илдар Ғәзизовҡа тапшырғанда уңыштар теләп, мәҙәни өлкәлә лә, башҡа өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлек итергә кәрәк тигән теләк белдерҙе.
– Беҙ бигерәк тә бала саҡта мөғжизәләр көтәбеҙ, ә был инде тик театрҙа ғына була. Заман тәьҫиренә бирелеп, беҙ көндәлек йәшәйешебеҙҙе компьютерҙан башҡа күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Күңелгә ял, рухи байлыҡты шулай ҙа тәү сиратта театрҙан алабыҙ, – тип өндәште залдағы тамашасыларға Сара Буранбаева.
Актрисаның һүҙҙәренә ҡушылып, Тәнзилә Ҡалмырҙина ла сәләмдәр еткерҙе:
– Был фестиваль – тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, ул – рух байрамы. Владивостоктан Калининградҡаса барған Бөтә Рәсәй театр марафоны илдең 85 төбәгендә үтә. Штандарт быйыл 10 декабргә тиклем барасаҡ, йәғни, йыл буйына театрҙар бер-береһенә мәҙәни эстафетаны тапшырасаҡ. Бөтә Рәсәй акцияһы репертуарҙы байытыу һәм театр труппаларының гастроль турҙарын арттырыу, йәш актерҙарға һәм режиссерҙарға үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек биреү һәм профессиональ һәм үҙешмәкәр театрҙарға ярҙам итеү йөҙөнән ойошторола, – тине ул.
Байрам сараһы уңайынан Стәрлетамаҡ районы Рощинский ҡасабаһының балалар театр коллективы ҡуйған «Тылсымлы китап» спектакле күрһәтелде. Әҫәрҙең авторы Игорь Яковлев, ҡуйыусы режиссеры - Любовь Фролова. Был мөғжизәле әҫәр үҫеп килгән йәш быуынды гаджеттар һәм компьютерҙарҙы оноторға һәм китап уҡыуға күсергә саҡыра. Китап ул – белем шишмәһе, хыялдар һәм уй-фекерҙәр сығанағы. Йәш актерҙарҙың ролдәрҙе профессиональ кимәлдә оҫта башҡарыуҙары һоҡландыра. Декорациялар алышынып тороуы, яҡтыртҡыс алымдарҙың оҫта ҡулланылыуы мистиканы йәнә лә көсәйтә төшә. Спектакль йәш тамашасы күңеленә хуш килде. Үҙенсәлекле һәм актуаль сәхнә әҫәре бөгөнгө тормош мәшәҡәттәре тураһында уйланырға мәжбүр итә, тамашасы күңелендә: “Беҙ дөрөҫ йәшәйбеҙме, әллә йәшәү рәүешен үҙгәртергәме?” тигән һорау тыуа. Был һорау “Театр йылы” сиктәрендә генә борсомаһын ине.