Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
23 Апрель 2019, 12:38

ҺӘР ЗАМАНДЫҢ – ҮҘ “КУЛИБИН”Ы

3-сө лицей уҡыусыһы Борис БОБКОВ Санкт-Петербургта Бө-тә Рәсәй уҡыусылар олимпиа-даһаның һуңғы этабы еңеүсеһе булды. Егеткә бындай үрҙәргә күтәрелергә ярҙам иткән уҡы-тыусылары менән танышырға һәм егет шөғөлләнгән технология дәресе кабинетын үҙ күҙҙәре менән барып күрергә тип ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов хакимиәт, ҡала советы вәкилдәре менән берлектә әлеге лицейға юл тотто.

Күпселек уҡыусылар математика, физика, рус теле һәм башҡа төп предметтар буйынса дәүләт имтихандарына әҙерләнһә, Борис, быға өҫтәп, сәғәттәр буйы хеҙмәт дәресе бүлмәһендә булышырға ярата. Шыныһы ҡыҙыҡ, егет тотонған һәр эште юғары зауыҡ һәм сифат менән башҡара, уның эштәрен ҡала кешеләре генә түгел, хәҙер Санкт-Петербургта ла беләләр. Үҫмер ағастан уҡтары теүәл йөрөгән сәғәт, бысаҡ үткерләгестәр, хатта станоктар ҙа яһап ҡуя. Әйткәндәй, үҙе эшләгән станоктар ярҙамында, ул уларҙың яңы күсермәһен дә эшләй ала. Эйе, һәләт бер ҡасан да юғалмай, оҫтаны бер йән дә булмаған утрауға ҡалдырып китһәң дә үҙ эшен башҡара ала. Борис та шулай ябай таҡталарға «йән өрә», икенсе төрлө ҡулланылыш таба.
Үҫмер үҙенең киләсәккә булған пландарын, мәктәп нигеҙендә булдырылған мөмкинселектәр тура-һында ла һөйләп үтте, технология дәресе үткән бүлмәне лә күрһәтте. Әйткәндәй, был бүлмә башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай тиерлек. Айырма тик ҡуйылған маҡсатҡа, оҫтаның фантазияһына ҡайтып ҡала.
Ҡунаҡтар Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһен бүләкһеҙ ҡалдырманы, әлбиттә. Оҫта ҡуллы егетте мәктәптең тамашалар залында бөтә мәктәп уҡыусылары алдында тантаналы рәүештә тәбрикләп, үрнәк итеп ҡуйҙылар. Ә Владимир Куликов Борис Бобковҡа һәм уның остазы, уҡытыусыһы Алексей Федоровҡа 15 мең һумлыҡ сертификат һәм «Содо-вик» спорт комплексына абонементтар тапшырҙы.
– Бындай еңеү ҡала өсөн генә түгел, ә республикаға ла мөһим. Һеҙгә һаулыҡ теләйем һәм артабанғы еңеүҙәрегеҙҙе көтәбеҙ, – тине Владимир Куликов еңеүселәрҙе бүләкләп.
Ил өсөн ҡалабыҙ ҙур булып тойолмаһа ла, тырышҡан осраҡта, ҙур ҡалала уҡып йөрөүсе балаларҙың да “танауына сиртә” беҙҙекеләр. Быны йәнә беҙгә ҡалабыҙҙа уҡып йөрөгән уҡыусы иҫбатланы. Ҡағыҙҙа ғына түгел, ә әкиәттәге кеүек еңеллек менән үҙ ҡулдары менән булдырыусы уникумдар һәр ерҙә баһалана һәм кәрәк.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: