Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ҡыңғырау көндәрендә Башҡортостанда алкоголь һәм спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. БР Мәғариф министрлығы иҫерткес эсемлектәр һатмауҙарын һорап мөрәжәғәт иткән. Әйткәндәй, Радий Хәбировтың башланғысы буйынса, шулай уҡ һабантуй байрамдарында ла алкоголь продукциялары менән һатыу итеү булмаясаҡ.