Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
26 Апрель 2019, 13:38

Гөлшаттың шатлыҡтары

Ҡалабыҙҙа милли белем биреү өлкәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең уңыштары хаҡында яҙып өлгөрөп булмай хатта. Быға ҡыуанырға ғына ҡала, әлбиттә. Әле генә ҡала мәғариф бүлеге белгесе Зәбәржәт Хафизова тураһында һүҙ йөрөткәйнек, күптән түгел йәнә бер яҡташыбыҙ юғары уңышҡа өлгәште. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, ҡаланың 31-се мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте мөғәллимәһе Гөлшат МАНСУРОВА “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Был тантана шуныһы менән дә иғтибарға лайыҡ: Гөлшат Нурулла ҡыҙына бүләкте бер юлы ике төбәк етәксеһе тапшырҙы. Кемгә тейә әле ундай бәхет!
– Башҡортостанда Татарстан көндәре сиктәрендә үткән сарала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңнехановтың тәбрикләүе миндә айырыуса тулҡынланыу уятты, – тип шатлығы менән бүлешә Гөлшат Мансурова. Тик ундай шатлыҡ, ундай иғтибар артында ниндәй ауыр хеҙмәт ятҡанын уҡытыусы үҙе генә белә. Балаларға заман шарттарында үҙ теленә ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, аралашырға, уҡырға-яҙырға өйрәтеү – былар әле тел осонда торған эштәр генә. Нисек кенә булмаһын, үҙ эшен яратып атҡара Гөлшат Нурулла ҡыҙы, 2016 йылда татар теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы булыуы, артабан оҫталыҡ дәресе буйынса туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары араһында үткән Бөтә Рәсәй кон-курсында еңеүе быға үҙе дәлил һымаҡ яңғырай. Шул уҡ ваҡытта, үҙе юғары исемгә лайыҡ булған саралай, Гөлшат Мансурова ҡалала йәшәүсе башҡорт һәм татар мил-ләттәре араһында дуҫлыҡ күпере һалыуҙа ла ҙур өлөш индерә. Уйлай китһәк, милли-ара тыныслыҡта, татыулыҡта бер туғандай йәшәүебеҙ ошондай уҡытыусыларҙың күҙгә күренмәҫ хеҙмәтенә лә барып ҡағыла түгелме ни?!.
Р. ӘРМЕТОВ.
Читайте нас: