Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
26 Апрель 2019, 13:11

Радий Хәбиров: “Беҙ республика ҡалаларын гөл-баҡсаға әйләндерә алабыҙ”

Ҡалаларыбыҙ таҙа булырға тейеш, уларҙы сүп-сарҙан һәм иҫке-моҫҡонан арындырырға кәрәк, туҙан булмаһын, был — муниципалитеттар һәм коммуналь хеҙмәттәр алдында торған бурыстарҙың береһе. Башҡортостан Башлығы вази-фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Йорт идарасы-һы» республика форумында ошо турала һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, газондарҙа һәм балалар майҙансыҡтарында парковка өсөн штрафтар индергән закондың тәүге һөҙөмтәләре күренә.
«Ҡала буйлап йөрөгәндә газондарҙа торған машиналарҙың аҙайыуын күрәм. Закон эшләй, күрәһең», – тине республика етәксеһе.
Республиканың тораҡ пункт-тарында уңайлы шарттар булдырыу өсөн подъездарҙы ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса программалар ҡабул ителде һәм эшләй башланы, тип билдәләне Радий Хәбиров. Республикала һәр төрлө власть, шул иҫәптән муниципаль, халыҡ менән кәңәшләшеп кенә ҡарар ҡабул итергә һәм эшмәкәрлеген бойомға ашырырға тейеш. Ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына халыҡтың төрлө төркөмдәренең мәнфәғәттәре араһында тигеҙлек табырға кәрәк.
«Халыҡ беҙҙе перәниктәр менән көтөп тормай, әлбиттә. Улар менән һөйләшеү, уларҙың нимә теләгәнен аңлау зарур. Һәммәбеҙгә лә күршеләрҙән өйрәнергә, уларҙың ҡыҙыҡлы идеяларын отоп алырға, сит ил тәжрибәһен үҙләштерергә, ләкин һәр ваҡыт планканы юғарыраҡ ҡуйырға кәрәк», – тине Башҡортостан етәксеһе.
Радий Хәбиров инженер селтәрҙәре һәм коммуникацияларының ҡатмарлы хәлдә булыуына иғтибарын йүнәлтте. Ләкин, уның фекеренсә, беҙ республика ҡалаларын гөл-баҡсаға әйләндерә алабыҙ.
«Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, улар күркәмерәк, йәшәүе уңайлыраҡ булһын өсөн көс һалырға ғына кәрәк. Республика аҡсалата ярҙам итер», –тип билдәләне Радий Хәбиров.
Пленар ултырыштан тыш, форумда ҡатнашыусылар секцияларҙа күп фатир-лы йортто тәртиптә тотоу, капиталь ре-монт, тарифтарҙы көйләү, уңайлы ҡала мөхите мәсьәләләрен дә тикшерҙе.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: