Был проект буйынса медицина ойошмалары биләмәһендә позитрон-эмиссион компьютер томографияһы (ПЭТ-КТ), нур терапияһы өсөн ике һыҙыҡлы тиҙләткес һәм уға бәйләнешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған яман шеш ауырыуҙарын дауалау һәм диагностикалау үҙәге булдырыу күҙаллана.
Шулай уҡ проектта яман шешкә ҡаршы дарыу терапияһы стационарын ойоштороу ҡаралған. Был проектты тормошҡа ашырыу республиканың көньяғында йәшәгән яман шеш сире менән яфаланыусыларға нурлы терапия һәм диагностика үтергә мөмкинлекте арттырасаҡ.
Проект Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө араһында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы тормошҡа ашырыла. Инвестор республиканың онкология хеҙмәте үҫешенә 1 мил-лиард һум һала.
Башҡортостандың баш онкологы Рөстәм Әйүпов әйтеүенсә, яман шеш ауырыуҙарын дауалау һәм диагностикалау – төп бурыстарҙың береһе. Бөгөн республика халҡына төбәктән ситкә сыҡмайынса ла медицина ярҙамы алырға мөмкин. Республика Хөкүмәте, онкология хеҙмәте һәм бизнес менән берлектә бындай сирлеләргә медицина ярҙамының комплекслы системаһы төҙөлә, яман шеш менән интегеүселәрҙе дауалауға һәм уны диагностикалауға мөмкинлектәр киңәйә.