Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
26 Апрель 2019, 13:05

Юғары тиҙлек менән елдерергә мөмкинме?

РФ Хөкүмәте вице-премьер министры Максим Акимов Эске эштәр һәм транспорт министрлыҡтарына федераль юлдарҙа сәғәтенә 110 километр тиҙлек менән йөрөү мөмкинлеген тикшереп ҡарарға йөкләмә бирҙе.

Был турала вице-премьер «Хәүефһеҙ юлдар» конференцияһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, тиҙлек режимын арттырыу мөмкинлеге 2019 йылдың аҙағына тиклем өйрәнелергә тейеш. Әлбиттә, был үҙгәреш юғары тиҙлектә йөрөргә мөмкин булған яңы трассаларға һәм капиталь ремонт яһалған юлдарға ҡағыла. Һүҙ беренсе категориялы автомобиль юлдары тураһында бара, улар үҙҙәренең конструкцияһы буйынса сәғәтенә 120 километр тиҙлек менән йөрөгәндә лә хәүефһеҙ һәм ҡаршыға килгән автомобилдәр һыҙаты менән киҫешмәй. Бындай федераль трассалар селтәренең оҙонлоғо – 6 мең километр самаһы, әлеге мәлдә унда тиҙлекте сәғәтенә 90 километрҙан арттырырға ярамай.
Э. Мөниров.
Читайте нас: