Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
30 Апрель 2019, 16:13

Беҙҙе «Аҡ»тан айырмаҫтар

Һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек – ҡала кешеләре өсөн былар магазин кәштәләрендә тулып ятҡан тауар. Шулай ҙа һөт етештереү ауылға ҡайтып ҡала, лозунгыла колхоз, ферма кеүек һүҙҙәр яңғырамаһа ла, «һәүкәшкәйҙәр иле» һаман да гөрләй, әлбиттә, ауыл кешеһенең тырыш һәм дә көслө ҡулдары ярҙамы менән. Быға “Рощинский” совхозының Күсәрбай ауылында урынлашҡан һөт фермаһына барып инандым.

Ҡала тормошонан айырылып, ауыл биләмәләренә йөрөп ҡайтыу танһыҡ. Ә Күсәрбай ауылы һөт фермаһында, йәғни “Рощинский” совхозының 2-се цехында һуңғы өс йылда яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр тигән хәбәр ишеткәс, етә ҡалды, “тимер атты” йүгәнләнем дә районға табан елдерҙем.
...Ә Күсәрбайҙа иһә һәр ауылда булған ауыл күренештәренә тап булаһың, кемдер ишек алдын йыйыштыра, баҫыу техникаһын гөрөлдәтә. Ялан эштәре, йортто тәртипкә килтереү, малды көтөүгә әҙерләү – ауылда яҙ шундай эштәр алып килә. Һөт фермаһын етәкләгән Рәсүл ағайға барып туҡтағанда ла уны эш өҫтөндә тап иттем, ауылда малға прививка яһатыу мәле ине. Нисек кенә тимә, ауыл кешеһе өсөн мал беренсе урында тора шул!
Бара торған урыныбыҙ һөт фермаһы ауылдан ситтә урынлашҡан, ара алыҫ булмаһа ла шул арала белешеп, һорашып та барам.
Рәсүл Аҡсулпановтың тормошо 77-се йылдан, Стәрлетамаҡ совхоз- техникумын тамамлағандан бирле ауыл хужалығы менән бәйле, әлеге яңыртылған цехта ла өсөнсө йыл эшләп өлгөргән. Уның етәкселегендә һөт фермаһында ауылдың 23 хеҙмәткәре тырышып эшләй, уларҙың күпселеге, әйтергә кәрәк, йәштәр! Коллективтың эше маҡтанырлыҡ та шул: үткән йыл 5 мең 700 литр һөт һауылған, бер һыйырҙан һауым –18,9 литр.
– Ауыл кешеһенең тормошо еңелләшә, мөмкинлектәр ҙә арта. Әлбиттә, үҙеңә маҡсаттар ҙа ҡуйырға кәрәк, күмәкләп тырышҡанда, барыһы ла килеп сыға. Барыһын да ҡапыл ғына эшләнек тип әйтеп булмай, аҙ-аҙлап алға барабыҙ. Бына ялан аҙбарҙың кәртәләрен яңырттыҡ, малға йылытылған эсәр һыу үткәрҙек, әҙерләнгән бесән, сенаж, һалам да тулыһынса етеп тора, – тип таныштыра башланы Рәсүл Рәхимйән улы биләмәләр менән.
Эш көнө еңел түгел, сәғәт 5-тә үк эшкә килеп етәләр, малдың аҫтын таҙарталар, ә һауым алтынан һигеҙгә тиклем. Яңы ғына һауылған һөт менән быҙауҙарҙы туйындыралар, ә ҡалғаны һыуытыла икән.
– Юғары сифатлы һәм 1-се сортлы һөт тапшырып торабыҙ. Тапшырыр алдынан үҙебеҙҙә үк 4 градусҡа тиклем һыуытабыҙ, бының өсөн махсус ҡорамалдар, һыуытҡыстар булдырылды, – ти мөдир яңы йыһаздар менән файҙаланыу тураһында. – Йыл дауамында булған һауым һөҙөмтәһен компьютерҙан ҡарап беләбеҙ. Һауып торған мәлдә үк һөттөң температураһы, уның составы, һәр һыйыр күпме һөт биргәнен дә белеп торабыҙ. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың 1 апрелгә тиклем һәр малды идентификациялау талабын да үтәнек. Әлеге мәлдә фермала бөтә малдың ҡолағына чиптар беркетелгән. Минеңсә, был да яҡшы, сөнки унда һәр малдың йәше, төҫө һәм башҡа мәғлүмәттәре «Меркурий» автоматлаштырылған мәғлүмәт үҙәгендә һаҡланасаҡ, – тине Рәсүл Аҡсулпанов ауыл хужалығында яңылыҡтарҙы барлап.
Көтөү сығырға ла күп ҡалмаған. 1 май йәш мал сыҡһа, ә һөт биреүсе һыйырҙарҙы ай урталарында үлән үҫкәс кенә сығаралар.
– Эшебеҙҙең иң мөһим талабы, сере – юғары сифатлы һөт етештереү. Өҫтөнлөктәргә килгәндә, ул һөттөң ҡабул итеү хаҡына бәйле. Ситтән килеп алыусылар түбән хаҡ ҡуялар, ә беҙҙә иһә үҙебеҙҙең эшкәртеү базаһы бар. Үҙ исемебеҙ аҫтында сыҡҡан һөт ризыҡтары һатыуға сығарыла.
Ауыл уңғандарының пландары хаҡында ла ишетке килде.
– Мал ҡарауҙа иң мөһиме – малдың ҡазаланмауы, организмдары ныҡлы булыуы. Был өлкәлә ветеринария белгестере менән киләсәкте хәстәрләп, яңыртыу эштәре алып барабыҙ. Һөт биреүсе һыйырҙарыбыҙ дүрт төркөмдән тора, өсәүһе тулыһынса яңыртылды, йыл аҙағына барыһы ла яңыртылыр тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Әлеге мәлдә 100 һыйырҙан 98 быҙау алабыҙ, ошо һандарҙы яҡшыртырға теләк бар, – тине ферма мөдире.
Өҫтәлебеҙгә һөт ризыҡтары килеп еткәнсе эшсәндәргә күпме эш башҡарырға, улар араһында яңы технологияларын да үҙ итергә, баҙарҙағы конкуренцияны ла күҙ уңында тоторға кәрәк. Ә һәүкәшкәйҙәр һаман да элеккесә ҡойроҡтарын болғай-болғай көйшәүен дауам итә, халыҡ та әүәлгесә ”аҡ”тан өҙөлгәне юҡ...
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: