Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
30 Апрель 2019, 16:04

Профсоюздың файҙаһы бармы?

Һуңғы ваҡытта күп кенә бәләкәй ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәр профсоюздан сығып бөтөп бара, шул уҡ ваҡытта һаҡланып ҡалған беренсел профсоюз ойошмалары ла етерлек. Ғөмүмән, профсоюздың файҙаһы бармы бөгөнгө көндә? Сәнәғәтле профсоюз округында Башҡортостан Республикаһы профсоюздары Федерацияһы вәкиле, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы профсоюз ойошмаларының биләмә берләшмәһе Координацион советы рәйесе Таһир Рәүф улы ҒӘЙЕТҠОЛОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

– Ҡалабыҙ профсоюз ойош-маларының иң юғарылағы лидеры булараҡ, Башҡортостан Респуб-ликаһы профсоюздар Федерацияһы структураһы тураһында бер аҙ белешмә бирегеҙ әле.
– Профсоюздар Федерацияһы структураһына 21 тармаҡ Бөтә Рәсәй профсоюзы инә. Ул 4610 беренсел профсоюз ойошмаларын берләштерә һәм барлығы 479 мең 865 кеше профсоюз ағзаһы булып тора. Ә Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар Феде-рацияһы структураһында 198 биләмә (ҡала һәм район) профсоюз ойошмалары эшләп килә. Беренсел профсоюз ойошмаларында – 1822 цех ойошмалары һәм 6033 профсоюз төркөмдәре иҫәптә. Республиканың 62 ҡала һәм районында союз-ара нигеҙҙә профсоюз ойошмаларының биләмә берләшмәләре эшләй. Республика үҙе (54 район һәм 21 ҡала) 7 профсоюз округына бүленә: Үҙәк, Сәнәғәт, Көньяҡ, Көнбайыш, Төньяҡ-көнбайыш, Аграр һәм Урал аръяғы. Беҙ һеҙҙең менән Сәнәғәт профсоюз округы-на ҡарайбыҙ. Ул үҙ эсенә Ауырғазы, Ға-фури, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарын һәм Стәрлетамаҡ ҡала-һын ала. Һәр районда профсоюз ойош-маларының биләмә берләшмәләре төҙөлгән. Уларҙың эшмәкәрлеге менән Координацион советтар шөғөлләнә.
– Координацион советтарҙың бурысы нимәлә?
– Координацион советтарҙың төп бурысы – беренсел һәм берләштерелгән профсоюз ойошмаларының хәрәкәтен координациялау; профсоюз акциялары ойоштороу, шулай уҡ ҡайһы бер мөрәжәғәттәргә ҡултамғалар йыйыу һәм башҡалар. Координацион советтар беренсел профсоюз ойошмаларына методик, хоҡуҡи һәм башҡа ярҙам күрһәтә. Бигерәк мәғлүмәти эшкә иғтибар бирелә: ойошма ағзаларын үткән, буласаҡ йәки планлаштырылған саралар тураһында иҫкәртеү.
– Башҡортостанда профсоюздар социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләрен хәл иткәндә һеҙҙе өмөтлө социаль партнерҙар тип әйтеп буламы?
– Әлбиттә, быны һуңғы 25 йыл дауамында тап шулай тип иҫбатларға ла була. Профсоюздар социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү бу-йынса республика өс яҡлы комис-сияның, халыҡтың формаль булмаған мәшғүллеген кәметеү һәм ваҡытында эш хаҡтарын түләү мәсьәләләре буйынса Республика ведомство-ара комиссияның, хеҙмәтте, сәнәғәт хәүеф-һеҙлеген, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һәм янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса Координацион советтың иң әүҙем яғы булып тора. Профсоюз вәкил-дәре Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бөтә комитет ултырыштарында ла ҡатнаша һәм күтәрелгән мәсьәләләр буйынса үҙ фекерен белдерә.
– Әлеге ваҡытта етәксе менән бәхәскә инеп «ҡыйырһытылған» профсоюз ағзаһын һеҙ яҡлай алаһығыҙмы?
– Предприятие һәм ойошмаларҙа хеҙмәт законын боҙған осраҡтар йыш ҡына теркәлә: был муниципаль предприятиеларҙа ла, дәүләт пред-приятиеларында ла күҙәтелә, шәхси компаниялар һәм фирмалар тураһында әйтеп тә тормайым. Документтарын тейешенсә теркәмәй генә эшкә алыу, эш хаҡын конвертта биреү, эш хаҡын түләмәү, ҡот осҡос эш шарттары – нигеҙҙә ошонан беҙҙең һеҙҙең менән хеҙмәттәштәребеҙ, таныштарыбыҙ, туғандарыбыҙ зыян күрә. Бына ошоларҙы хәл итеү өсөн профсоюз ойошмалары булған предприятиеларҙа хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссиялар төҙөлә. Ә уның ҡарары суд ҡарарына торошло булыуын күптәр белмәй ҙә әле. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәр профсоюзы булған предприятиеларҙа иң тәүҙә эш хаҡы бирелә, шунан һуң ғына предприятие ҡалған бурыстарынан ҡотола. Ә инде профсоюздары булмаған предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәр һәм эшселәр дөрөҫлөктө һәм үҙ хоҡуҡтарын башҡа органдарға мөрәжәғәт итеп яҡлай. Тик хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт иткәндә лә әллә күпме аҡса түгеп, Өфөгә юлланырға тура киләсәк.
Әлбиттә, ошондай хәлдәрҙе уйла-ғанда профсоюздан яҡлауҙы һәр кем үҙе эшләгән ойошмала, предприятиела табырға тейеш. Ә беҙҙә, киреһенсә, профсоюз ойошмаларының, шул иҫәптән профсоюз ағзаларының да йылдан-йыл кәмеүе күҙәтелә.
– Йылдан-йыл кәмеүҙең сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ?
– Предприятиеларҙа бер туҡтауһыҙ дауам иткән үҙгәртеп ҡороу системаһы процестары һәм бюджет өлкәһендәге тармаҡтарҙа ҡулайлаштырыуҙар, ҡайһы бер тармаҡтарҙағы етештереү күләмдәрен кәметеү, түбән эш хаҡтары күптәрҙе эштән китергә мәжбүр итә, беренсел профсоюз ойошмаларын булдырыу һәм тергеҙеү буйынса тейешенсә эш алып барылмауы профсоюз ойошмаларының йылдан-йыл кәмеүенә сәбәп булып тора ла инде.
– Элек профсоюз аша шифа-ханаларға юллама алыу бар ине. Хәҙер ҡайһы бер ойошмаларҙа профсоюз аша үҙеңә түгел, балаға ла бер нәмә юллап алып булмай.
– Был йәһәттән, ысынлап та, шифаханаларға юлламалар проф-союздарҙан «башҡа ҡулдарға» күсте. Ғөмүмән, барыһы ла предприятиеның үҙенән тора. Ҡайһы бер ойошмалар, мәҫәлән, эшселәр юллама алыу ғына түгел, ҡайҙа барыу маршрутына тиклем үҙе һайлай.
– Профсоюз лидерҙары ҡоро иғә-нә йыйыу менән генә шөғөлләнмә-һендәр ине, – тип өҫтәгем килә.
– Федерацияның социаль-гуманитар бүлеге грант конкурстарында ҡатнашып отҡан аҡсаны республика халҡы менән профсоюз ағзалығына мотивациялау буйынса эшкә тотона. Әлеге ваҡытта «Изгерәк бул» проекты профсоюз ағзаларынан торған ирекмәндәр яр-ҙамында ихаталарҙа балалар менән төрлө уйындар ойоштора һәм өлкән йәштәге элекке профсоюз ағзаларын ҡарай. «Профсоюз дисконт картаһы» тигән программа ла эшләй. Уның буйынса профсоюз ағзалары республиканың сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә ташламаға өмөт итә ала.
– Оҙаҡламай Хеҙмәт байрамы етә…
– Форсаттан сығып, ҡалабыҙҙың барлыҡ предприятие, ойошма хеҙ-мәткәрҙәрен, эшселәрҙе 1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым һәм эштәрендә уңыштар теләйем. Шулай уҡ хеҙмәт кешеһен яҡлаусы профсоюз ойошмаларына булған ышаныстарын юғалтмаһындар ине.
Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: