Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БЕҘ БАЛАЛАР ҒЫНА ИНЕК БИТ...

Йылдан-йыл ҡыҙыу һуғыш йыл-дары артта ҡала. Ул ваҡиғаларҙы иҫләр ветерандарыбыҙ олоғая, һирәгәйә инде. Беҙ барып күргән Барый САТТАРОВ та 14 апрелдә 95 йәшлек юбилейын билдәләне. Ә һуғыш утына барып ингәндә ул ни бары ун һигеҙен тултырған була. Барый Әлтәф улына саҡырыу ҡағыҙы 1942 йылда килә.

Ярсыҡтарҙың береһе ҡулыма килеп тейҙе
– Беҙ балалар ғына инек бит, ҡайҙа барғаныбыҙҙы ла аңламайбыҙ, – тип һөйләп китте Барый олатай һуғышҡа алынған мәле тураһында. Үҙенең тыуған Ауырғазы районы Мостафа ауылынан Алкинолағы хәрби лагерға барып әҙерлек үткәс, Ырымбур өлкәһенән тимер юлы буйлап фронтҡа китә егет.
– Фронтҡа беҙҙе яҡшылап әҙерләнеләр, юл алдынан мунса индек, яңы кейем бирҙеләр. Поездың өҫтөнә ултырып Волхов йүнәлешендәге 2-се удар армия составында фронт һыҙығына барып еттек. Ғинуарҙың сатлама һыуыҡ көндәре ине, кәрәкле урынға барып төшкәс, урман араһында, ағас олондары төбөндә ҡар өҫтөндә дошмандың атакаларын ҡайтарып яттыҡ. Ҡоралдан ҡулымда тәүҙә винтовка ине, һуңынан автомат, граната бирҙеләр. Бер мәл командир саҡырып алды ла ҡулыма байраҡ тоттороп, таңғы биштә атаканы башлаясаҡһың тип, дошманға иң яҡын булған окопка барырға ҡушты, – тип һөйләне ул үҙе өсөн тәүге алышты хәтерләп.
“За Родину!” – тип ҡысҡырып немецҡа ҡаршы йүгереү – үлемгә тиң, шулай ҙа бойороҡто үтәргә ниәтләгән егетте дошмандың һөжүме туҡтата.
– Өҫтөбөҙгә снарядтар яуҙыра башланылар, шул ваҡытта әллә арабыҙҙа шымсы булды микән тип уйлап ҡуйҙым, сөнки төп көстәр йыйылып бөткән мәлдә ут астылар. Ярсыҡтарының береһе ҡулыма килеп тейҙе. Госпиталгә алып барып еткәнгә тиклем кейемем аҡҡан ҡан менән ҡуша ҡулға туңып йәбеште, әллә ни дарыуҙар булмаһа ла “эшкиндерә” алдылар. Был минең өсөн һуғыштың тәүге көндәрендә үк алынған тәүге ҡаты йәрәхәт булды.
Госпиталдә оҙаҡ ята яугир, хәл ингәс, ғәскәрҙәр артынан бара, немецтар бәреп сығарылған ауылдар буйлап алға ынтылалар, яралыларға ярҙамлаша һәм башҡа эштәрҙе үтәй. Шулай бер мәл Березовка ауылында “Воздух” тип ҡысҡыра башлайҙар һәм... самолеттан бомбалар ергә яуа.
– Йыуан ғына торба эсенә инеп яттым, уның эсендә яңғыраған тауышҡа сыҙап булмай башланы. Яҡында шартлаған снарядтан ҡалған воронкаға йүгереп сығып ятыуым булды, бомбаларҙың береһе теге торбаға тейҙе, әле генә мине һаҡлаған торба сүп кеүек әллә ҡайҙа осоп китте. Саҡ ҡына түҙеп ятҡан булһам, әле һөйләшеп ултырмаған булыр инем, – ти ветеран үлемдән осраҡлы ғына икенсе тапҡыр ҡотолоп ҡала алғанын хәтерләп.
Эргәһендә бомбалар ярыла,
ә ул ҡуҙғала ла алмай
Һаулығы нығынғас, бер төркөм йыйып, разведка яһау өсөн йәш кенә командир етәкселегендә уны иптәштәре менән дошман яғына сығарып ебәрәләр. Тәүлек буйы баралар, карта буйынса 50 километрҙан ашыу юл үтәләр һәм... аҡландарҙың береһендә немецтарға тап булалар.
– Разведка яһау урынына коман-дирыбыҙ әллә ниңә беҙҙе атакаға күтәрҙе, шул мәлдә йәшерелеп ҡуйылған пулеметтарҙан ут асмаһындармы. Көсөбөҙ оҙаҡҡа етмәне, үҙемде йәнә арҡамдан ҡаты йәрәхәтләнеләр, атыш туҡтағандан һуң мәлен табып урманға шыуышып барып еттем, немецтар һиҙмәгәнен аңлағас, үҙебеҙҙекеләр яғына табан йүгерҙем. Һуңынан яһалған отчет буйынса был бәрелештән минән башҡа бер кем дә иҫән ҡалмаған булып сыҡты. Ә үҙемде йәнә госпиталгә һалдылар... – был һүҙҙәрҙе тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел.
Өс ай тирәһе ята госпиталдә Барый Саттаров. Ул хатта шәфҡәт туташтарына шаяртып, кире килергә вәғәҙә бирә. Тик бына шаяртыуы ысынға тура килә лә ҡуя – йәнә яраланыу.
Ғәскәр ярайһы уҡ алға китә, еңеүгә ышаныс тойола башлай. Тик...
– Әллә ниңә шулай тура килде, Башҡортостандан бер кем дә хеҙмәтемдә осраманы, 1944 йылдың июлендә Финляндия менән тоташҡан сик буйында ла үзбәктәр менән бергә эләктем. Унда өй ҙурлығындағы ҙур таштар бар, араларында ятып дошман менән алышабыҙ, йәнә әллә ҡайҙан самолеттар килеп сыҡты, бомбаның ярсығы таштарҙан ҡаҡлығып килеп тубығыма килтереп бәрҙе һәм һөйәкте умырып алды. Ике үзбәк носилка яһап мине алып китте, ә самолеттар килә лә килә, бомба ырғыталар. Снаряд ярыла башлаһа, үтенеп һораһам да тегеләр мине асыҡ урында ташлайҙар ҙа китәләр, тынып ҡалһа, йәнә сығып күтәреп алып китәләр. Теге ваҡыт ятҡан госпиталгә элекке урыныма уҡ килтереп һалдылар.
Күпме ҡан түктегеҙ һеҙ, яугир?!
– Өс ҡаты һәм ике еңел йәрәхәт алдым. Һуңғыһы бигерәк ауыр булды, әммә ҡайтарманылар, беҙҙең ғәскәрҙәр бар яҡлап еңә башлағас, 9 ай дауаланғандан һуң, 1945 йылдың февраль айында һуғыш яланы менән хушлаштым, – тип хәтерләй һуңғы яу мәлдәрен ветеран.
Тик уның өсөн һуғыш бөтһә лә ауылға ҡайтҡас та яраһы биш йыл тирәһе бер эшкә лә сығырға мөмкинселек бирмәй, аяғын һөйрәп йөрөп булһа ла колхозда булыша. Һуңынан Шахтауға күсеп килә.
– Һуғыш йылдарында мине ағас, урман ҡотҡарҙы, яңы урында шуға урмансы булып эшкә төштөм һәм 33 йыл урмандың үҙен һаҡланым, ҡараным.
Хәҙерге тормош
ғәжәйеп еңел
Был, әлбиттә, ветерандың һүҙҙәре, ул ошо матур тормоштоң ҡәҙерен белмәгәнгә берсә аптырай, берсә әсенеп тә ала.
– Күмәкләшеп йөрөп иген сәсеү, икмәк үҫтереү кеүек күренештәр юҡ. Әммә һәр кемдең өҫтәлендә икмәк, кейергә кейеме бар, ә беҙҙең йәшлек тә, бала саҡ та аслыҡ йылдары, ауыр эш менән үтте. Иң ҙур теләгем шул: ғаиләләр ҡороп, татыу йәшәһендәр, булғанына шөкөр итһендәр! – тигән теләктәрен дә еткерә ветеран.
Яҙмышмы, рухи көсмө был. Әммә шуныһы ғәжәп: ауыр йылдар аша үтеп, ҡаты яралар алыуға ҡарамаҫтан, 95 йәшкә еткән Барый Әлтәф улы! Оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә икән һуң?
– Беҙҙең тоҡомобоҙ шундай, өләсәйем – 105, ә әсәйем 90 йәшкә етте. Минеңсә, бер сер бар барыуын, ул хәрәкәт итеү. Бөгөн сығып бәрәңге сәсергә баҡсаны таҙартып йөрөнөм, мәҫәлән. Арып китһәм, өйгә инеп ял итәм, тик ятһаң, тән һыҙлай башлай, ә былай рәхәт. Тағы ла тәмәке тартыу, эске менән булышманым, уның арҡаһында яу яланында “батырланып” китеп һәләк булыусылар ҙа күп булды... – бына бит ниндәй ябай икән сер!
Үлемде һуғыш йылдарының борма-борма юлдарында аҙаштырып ҡалдырған ветеран 95 йәшкә етһә лә хәтере буталмаған, әле һаман да үҙ көнөн үҙе күреп йәшәй. Балалары ла, ейәндәре лә үҙҙәренә саҡырып торалар, ә ҡарт һаман да үҙенекен тылҡый:
– Үҙ йортомда мин иректә йөрөйөм, ә уларға барһам, “пленға” эләгәм, – тип хәйләкәр йылмая ветеран.
Нисек тә булһа оло кешенең теләген үтәйҙәр, шулай ҙа яҡындары көн дә килеп хәлен белешеп тора. Барый Әлтәф улына артабан да бирешмәҫкә, киләһе еңеү яҙҙарын ҡаршыларлыҡ сәләмәтлек теләйбеҙ!
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: