Быйыл грант ярҙамының өс төрөнә ике кимәлдәге бюджеттарҙан 406 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Шуларҙан яңы эш башлаған фермерҙарға гранттар өсөн – 56 миллион һум, ғаилә малсылыҡ фермаларына – 250,4 миллион, ауыл хужалығы кооперативтарына – 100 миллион һум.
Уҙған йылда фермерҙарға һәм кооперацияға булышлыҡ итеүсе грант программаларын тормошҡа ашырыуға 750 миллион һум бүленде (федераль ҡаҙнанан – 400 миллион һум самаһы һәм Башҡортостан бюджетынан – 350 миллион һум). Фермерҙар үҙҙәре һалған аҡсаның суммаһы 260 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Гранттар 220 фермерҙың һәм кооперативтың техник базаһын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. 118 яңы ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативы һәм 800-гә яҡын яңы эш урыны булдырылды.
Документтар 2019 йылдың 24 майынан 31-енә тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106, 415-се бүлмә, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр. Телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-64.