Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Еңеү диктанты»

Был акцияға Стәрлетамаҡ дүртенсе тапҡыр ихлас ҡушылды. Ул Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналды. Диктант яҙыу майҙансығы – БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы.

Быйылғы акцияла 173 кеше үҙ белемен тикшерҙе. Диктант яҙыуҙа ҡала халҡы һәм студенттар менән бергә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Сергей Лобастов һәм филиал директоры Алексей Ковальский ҙа ҡатнашты. Заданиелар мөһим даталарға, ваҡиғаларға, хәрби географияға, тарихи шәхестәргә, һуғыш ваҡыты плакаттарына, художестволы әҙәбиәткә, монументаль һәйкәлдәргә арналды.
Диктант алдынан А.Ковальский акцияла ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотланы һәм хәҙерге ҡатмарлы заман шарттарында Бөтә Рәсәй күләмендә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иҫтәлектәргә арналған ошондай акциялар уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне.
«Еңеү диктанты» акцияһында ҡатнашып, әйтерһең дә, сағыу һәм бөйөк ваҡиғаларҙы ҡайтанан яҙып ҡараныҡ. “Еңеү диктанты” акцияһы донъя тарихын боҙоп күрһәтергә маташыусыларға лайыҡлы яуап, минеңсә.
Диктант Рәсәйҙә 1233 урында һәм тағы ла 23 илдә уҙғарылған. Диктант йомғаҡтары 12 июндә Рәсәй көнөндә проекттың рәсми сайтында баҫылып сығасаҡ.
Роза САФИНА.
Читайте нас: