Бындай съезд өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Быйылғы сарала профилле сит ил ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнаша, шуға күрә лә ул халыҡ-ара статус алды. Съездың төп темаһы – нисек итеп реформаны дөрөҫ итеп ғәмәлгә ашырыу, законды көйләү? Ғөмүмән, төбәк операторын һайлау буйынса процедура камиллаштырыуҙы талап итә. Был проблема буйынса төплө фекер алышыу өсөн съезда төрлө эш форматтары ҡаралған. Мәҫәлән, реформаны тормошҡа ашырыуға яуап биргән төбәк ведомстволарҙың етәкселәре ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү үҙенсәлектәрен ҡараһа, тарифты көйләү органдары хеҙмәткәрҙәре 2020 йылдағы тариф кампанияһы буйынса яуап бирә.