Республиканың Ҡурайсылар союзы рәйесе, ҡурайсы Артур Ғайсаров әйтеүенсә, быйыл уның ҡурай моңо менән үрелеп барыуы үҙенсәлекле булды.
Сара һуңында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Күп тел белеү һәр йәһәттән отошло. Райондарға ойошторған эш сәфәрҙәрем барышында өлкәндәр менән туған телдә аралашырға тырышам. Күптән түгел башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте. Унда ла мөһим мәсьәләләр күтәрелде, – тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Башҡорт теленән диктант һөҙөмтәләре бер нисә көндән билдәле буласаҡ.