Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөтә донъяла... башҡортса диктант яҙҙылар

“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” – 18 майҙа ошондай исем аҫтында донъяның 20 илендә башҡорт телендә диктант яҙыу акцияһы уҙғарылды. Акцияға Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та ҡушылды. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса Фонд директоры Гөлназ Йосопова әйтеүенсә, оҙаҡ йылдар туған телдә аралашыу мөкинлеге булмауға ҡарамаҫтан, Радий Фәрит улы диктантты ярайһы уҡ яҡшы яҙған.

Башҡортса диктант яҙыу акцияһы Өфөлә 2015 йылдан бирле уҙғарылып килә. Быйыл республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, диктант тәүге тапҡыр раҫланылған халыҡ-ара статусын алды. Шуныһы шатлыҡлы: диктант яҙырға теләүселәр һаны йылдан-йыл бермә-бер арта бара.
Диктант яҙыуҙың төп майҙаны, һәр йылдағыса, Башҡорт дәүләт университеты базаһында урынлашты. Ошонан уҡ Башҡортостандың барлыҡ территорияларына, Ҡазан, Ырымбур, Силәбе, Ханты-Манси Республикаһына, Пермь, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларына ла онлайн-трансляция ойошторолдо.
Диктант яҙыу акцияһы Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама филиалдарында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы майҙандарын-да, колледждарҙа, мәктәптәрҙә һ.б. ойошмаларҙа, Рәсәй Федерацияһының башҡа өлкәләрендә уҙғарылды. Шулай уҡ сит илдәрҙә: Монреаль, Оттава һәм Торонто (Канада), Нью-Йорк һәм Лос-Анджелес (АҠШ), Стамбул һәм Антальяла (Төркиә), Гуанчжоу һәм Пекинда (Ҡытай), Нурсолтан (Ҡаҙағстан) һәм башҡа урындарҙа диктант яҙыу майҙандары асылды.
Быйыл башҡортса диктант яҙыу ике кимәлдә уҙғарылды: телде яҡшы белеүселәр һәм телде өйрәнеүселәр өсөн. Башҡорт телендә иркен һөй-ләшеүселәр өсөн тексты РФ һәм БР-ҙың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны. Ә телде башлап өйрәнеүселәр өсөн тексты “Башинформ” акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов яңғыратты.
Башҡорт телендә диктант яҙыу акцияһы Стәрлетамаҡта ла дәррәү үтте: ул БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын-да һәм Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында уҙғарылды. Беҙ-ҙең ҡалала сарала йәмғеһе 327 кеше ҡатнашты.
Р. САФИНА.
Читайте нас: