Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БӨТӘ СОҠОРҘАР ҘА ЯМАЛЫРМЫ?

Стәрлетамаҡта «Юл эксперты» мобиль ҡушымтаһын һынаныларҺынау барышында идара итеү-се компанияларҙың етәкселәре юлдарҙағы соҡорҙарҙы тиҙ арала табып ямарға ярҙам итеүсе «Юл эксперты» мобиль ҡушымтаһының эшен ғәмәлдә күрһәтте һәм үҙ-ҙәре хеҙмәтләндергән йорт алды биләмәләрендәге бөтә соҡорҙар-ҙы фотоға төшөрөргә тәҡдим итте.

– Был алым эш күләмен баһаларға, шулай уҡ соҡорҙарҙы ямау буйынса сығымдарҙы билдәләргә ярҙам итәсәк, – тип аңлатты сара хаҡында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев.
«Юл эксперты» ҡушымтаһы республикала апрелдә эшләй баш-лағайны. Ул юлдарҙа һәм ихаталарҙағы соҡорҙарҙы билдәләгән картаны күҙ алдына баҫтыра. Был урындарҙы ҡала халҡы үҙе лә билдәләй ала. Бының өсөн doroga.bashkortostan.ru сайтында теркәлергә һәм ҡалалар араһынан үҙегеҙҙең ҡаланы табырға, артабан соҡорло урынды фотоға төшөрөп, уның адресын күрһәтеп заявка ғына бирергә кәрәк. Заявкағыҙҙы тейешле хеҙмәттәр ҡабул итәсәк. Мәҫәлән, соҡор юлда булһа, уны коммуналь хеҙмәттәр төҙөкләндерә, әгәр ихатала икән – идара итеүсе компаниялар. Соҡорҙоң ҡайҙалығын тапһындар өсөн уның координаттарын ҡушымтала дөрөҫ күрһәтергә кәрәк. Соҡорҙо ремонтлау менән картала йәшел төҫ барлыҡҡа киләсәк, был заявканың үтәлеүе тураһында һөйләй. Әйткәндәй, «Башҡорт ихаталары» программалары буйынса төҙөкләндереләсәк ихаталағы соҡорҙар буйынса заявкалар кире ҡағыла, сөнки ул соҡорҙар махсус программа ярҙамында ремонтлана. Шуға нәҡ фотоға төшөргән һәр соҡор ҙа ямала тигән һүҙ түгел әле. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров күптән түгел муниципалитет башлыҡтарына: “Мин һеҙҙән бейеп күрһәтергә түгел, ә соҡорҙарҙы ямауығыҙҙы һорайым”, – тигәйне. Тимәк, ниндәй программа буйынса булһа ла, юлдарҙағы соҡорҙар бөтөргә тейеш.
– Әлеге ваҡытта «Юл эксперты» ҡушымтаһында Стәрлетамаҡ буйынса 859 заявка үтәлгән, көнөнә уртаса 70-тән ашыу заявка килә, – тип белдерҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Илдар Ғәрифуллин был үҙенсәлекле сараны йомғаҡлап.
Башҡортостанда соҡорҙарҙы ямау буйынса төп эштәрҙе 15 июнгә тиклем тамамлау көтөлә, шул иҫәптән ихаталарҙа ла. Төбәктең барлыҡ предприятиелары эштең күләмен билдәләп сыҡты, бары ваҡытында тамамлайһы ғына ҡала.
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: