Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теленең киләсәген хәстәрләп…

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡалабыҙҙың 23-сө мәктәбендә I Бөтә Рәсәй съезы йомғаҡтары буйынса үҙҙәренең төбәк-ара конференцияһына йыйылды. Сара ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев һәм БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Розалия Сафиуллинаның конференцияла ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләп, уның эшенә уңыштар теләүҙән башланды.

Форум барышында Стәрлетамаҡ ҡалаһы белем биреү учреждениеларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған тел уҡытыусыларының, тәрбиәселәрҙең оҫталыҡ дәрестәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Мәҫәлән, бөгөн башҡорт телен өйрәнеүҙә һанлы белем биреү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Ошо хаҡта 12-се лицейҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рим Ғәббәсов:
– Мәктәптә һанлы белем биреү мөхитен булдырыу талабы дәүләт кимәлендә беркетелгән. Ундай белем биреү шарттарында уҡытыу уҡыусыларҙа мәғлүмәти әүҙемлек һәм медиабелемлелек, төплө уйлау һәләте, өҙлөкһөҙ белем алыу, профессиональ һәм коммуникатив мобиллек, граждандарҙың аңын һәм хоҡуҡи әхләген тәрбиәләү аша XXI быуаттағы йәмғиәткә кәрәкле һәм хәҙерге заман кешеһенең шәхси һәм социаль статусын билдәләүсе бик күп мөһим сифаттар һәм һәләттәр формалаштыра, – тине.
Ысынлап та, бер нисә тапҡыр республика кимәлендә еңеү яулаған уҡытыусы менән килешмәй булмай. Сағыу һәм ғәҙәти булмаған рәүештә бирелгән мәғлүмәтте уҡыусылар төплөрәк, аңлыраҡ ҡабул итә һәм уларға ҡатмарлы темаларҙы үҙләштереүҙе еңелләштерә. Дәрестәрҙә һанлы белем биреү мөхите мөмкинлектәрен файҙаланыу үҙ аллы эҙләнеү эшмәкәрлеген ойошторорға булышлыҡ итә. Был иһә белем биреүҙә юғарыраҡ сифатлы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә килтерә, дәрестең практик йүнәлешен көсәйтә, уҡыусыларҙың танып-белеү, ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, уҡыусыларҙа артабан белем алыуға мөһим компетенция формалаштыра.
Ҡунаҡтарҙың да фекерҙәре тос ине. Айырыуса, Ишембайҙан Рифат Әйүповтың “Башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре” менән уртаҡлашыуы, ошо уҡ ҡаланан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Аҙнабаеваның “Тарихи романдар өйрәнеү” тигән сығышы бик фәһемле булды.
Ә инде дискуссия майҙансыҡтарында Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған телдәрҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге менән танышырға мөмкин булды. Әйтәйек, Рощинский һәм Талас мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Лилиә Кәримова менән Раушания Солтанованың башҡорт телен уҡытыуҙағы отошло алымдары күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ этномәҙәни белем биреү мөхитенә, урта һәм юғары һөнәри белем биреү системаһында башҡорт теленең көнүҙәк үҫеш мәсьәләләренә, туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа, үҫтереүҙә ғаиләненең роленә арналған сығыштарҙы ҡунаҡ-тар айырыуса йылы ҡабул итте. Артабан I Бө-тә Рәсәй съезында күтәрелгән проблемалар хаҡында Розалия Рәсих ҡыҙы һөйләһә, башҡорт телен үҫтереүҙә заман талаптарына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Илишева туҡталды, ә шул уҡ уҡыу йортонан Ләйсән Йосопова аңлайышлы итеп күп милләтле дәүләттәрҙәге сәйәсәт тураһында һөйләне.
Уҡытыусыларҙы берләштереү, уларҙы һөнәри үҫешкә дәртләндереү, шулай уҡ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған сарала уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, туған телдәр буйынса кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре лә ҡаралды. Йомғаҡлап шуны әйтке килә: ошондай алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булғанда, телебеҙҙең дә, милләтебеҙҙең дә киләсәге бар.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: