Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл март айында республикала уртаса эш хаҡы 34 996 һумға еткән. Был уҙған йылдың мартына ҡарағанда 8,5 процентҡа күберәк.
Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың ғинуар-мартында Башҡортостанда ойошма хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 33 460 һум тәшкил иткән. Бер йылда 7,6 процентҡа артҡан.
Республикала мәшғүл халыҡ һаны быйыл I кварталда 1,808 миллион кешенән ашҡан. Был халыҡ мәшғүллеге кимәленә 55,1% тап килә.
Ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда иң юғары хеҙмәт хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәр ала. 2019 йылдың ғинуар-мартында уртаса 64 337 һум.
Ошо ваҡыт эсендә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 55 594 һумға еткән.
Шартлы «хеҙмәт хаҡы» рейтингында өсөнсө урында — химия сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре (48 361 һум).
Һәм, киреһенсә, Башҡортостанда иң түбән эш хаҡы күн һәм күн әйберҙәр етештереү өлкәһендә эшләгәндәрҙә — ғинуар-мартта уртаса 13 844 һум.
Йыһаз эшләү менән шөғөлләнгәндәр аҙ ғына күберәк алған — 14 478 һум.
Төбәктә иң түбән хеҙмәт хаҡы буйынса өсөнсө урында — «Кейем-һалым етештереү» һәм «Ҡунаҡханалар һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары эшмәкәрлеге». Ошо ике өлкә хеҙмәткәрҙеренең уртаса эш хаҡы 18 835 һәм 18 933 һум тәшкил иткән, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.